Мәғариф
8 Апреля 2021, 03:30

Башҡортостанда бөтә мәктәптәрҙе интернетҡа тоташтырыу планлаштырыла

2021 йылда республиканың ҡалған 316 мәктәбен интернетҡа тоташтырыу ҡарала. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров белдерҙе.#национальныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

2021 йылда республиканың ҡалған 316 мәктәбен интернетҡа тоташтырыу ҡарала. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров белдерҙе. Үткән йылда пандемия сәбәпле күптәрҙе дистанциялы эшкә һәм уҡыуға күсерҙеләр һәм шул ваҡытта ҡайһы бер мәктәптәрҙең һәм социаль әһәмиәтле учреждениеларҙың техник йыһазландырылыуы насар булыуын күрһәтте, интернет бәйләнеш булмаған ерҙәр асыҡланды. Хәҙерге ваҡытта сифатлы белемде алыу өсөн мәктәптәрҙе һәм кешеләрҙең өйҙәрен киң интернет селтәренә тоташтырмайынса алып булмауы билдәле. Шуға күрә, был бурысты ҡыҫҡа ваҡыт арауығында үтәр кәрәк, тине ул. Әйткәндәй, “Мәғариф” милли проектына ингән “Цифрлы белем биреү мөхите» проектына ярашлы, илдәге мәктәптәр цифрлы ҡорамалдар менән йыһазландырыла, ундағы бер комплектҡа 28 ноутбук һәм бер күп функциялы принтер инә. 2021 йылда республиканың 205 мәктәбе яңы техника аласаҡ.
Читайте нас