Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Һанлы белем биреү мөхите” төбәк проектына ярашлы, быйыл Өфөләге 45 мәғариф ойошмаһы яңы ҡорамалдар менән тәьмин ителә.
Билдәле булыуынса, был проект буйынса былтыр декабрҙә төбәктә тәүге “IT-куб” үҙәге асылғайны. Ул Өфөнөң 162-се “Смарт” күп профилле полилингваль мәктәбе нигеҙендә эшләй. Үҙәктә шөғөлләнгән балалар уңышҡа өлгәшеп тә өлгөрҙө. Мәҫәлән, мартта уҡыусыларҙың береһе “КРИТ-2021” республика конкурсының муниципаль этабында еңеү яуланы. Әле иһә төбәк этабында ҡатнашыуға әҙерлек бара.
Яҙғы каникулда “IT-куб” һанлы белем биреү үҙәге уҡытыусылары ҡалалағы дөйөм белем биреү мктәптәре уҡыусылары өсөн “Java телендә программалау”, “Python телендә программалау”, “Мобиль эшләнмә”, “Системалы администрациялау”, “VR/AR-ҡушымталар эшләү”, “Робототехника” кеүек йүнәлештәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.
Яҡын арала үҙәктә балалар һәм үҫмерҙәр өсөн техник ижад буйынса “IT-ROBO CUBE-2021” асыҡ республика ярыштары уҙғарыла.
"Башҡортостан" гәзите сайтынан.