Республика олимпиадалары призерҙары әҙерләгән рухлы, телһөйәр, егәрле һәм сәмле уҡытыусынан гимназия ғына түгел, әбйәлилдәр уңды, тиһәм дә хата булмаҫ. Студент йылдарында Асҡарға, әхирәтенең туйына килеүе ҡыҙҙың яҙмышында хәл иткес роль уйнай. Ейәнсура ҡыҙы ул. Ә бала сағы Башҡортостандың бөтөнләй икенсе тарафында – әсәһенең тыуған яғы булған Ҡариҙелдә уҙа. Башланғыс белемде татар мәктәбендә ала. Киләсәктә журналист һөнәрен һайлаясаҡ бәләкәй Римма ваҡытлы матбуғат донъяһын татар телендәге гәзит-журналдар аша аса.
— Миңә Ҡазанда сыҡҡан «Ялҡын» балалар журналын алдырҙыҡ. Әсәйемдең үҙенә тип яҙҙырған «Азат хатын»ды ла ентекләп уҡып бара инем. Беҙ үҙебеҙ башҡорттар. Әммә Ҡариҙел диалекты күберәге татар теленә тартым. Йәнсәйет мәктәбендә туған тел тип татар теле уҡытылды. Ғаилә хәле буйынса ата-әсәйем бергә йәшәмәне. Туғыҙ йәшемдә әсәйем мәрхүмә булғас, атайым мине үҙенең яғына — Ейәнсура районының Мәзит ауылына алып ҡайтты. Шулай саф башҡорт мөхитенә юлыҡтым. Бәләкәй булһам да, бик уҫал, үҙ һүҙле инем. Быға тиклем туған тел тип татарса өйрәнгәнгә, башҡорт телен һанламай маташтым. Әсәйемде юғалтыу, сит яҡҡа килеү арҡаһында кисергән психологик һынылышҡа шулай ҡаршы торорға тырышҡанымдыр, бәлки. Мәзиттә мәктәп башланғыс ҡына, артабан Өмбәткә йөрөп уҡырға кәрәк ине. Ҙур класҡа ылығып китеүе еңел булманы. Етмәһә, бөтә предметтар ҙа тик башҡортса уҡытыла. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытыусым Ихсан Һырлыбаевтың киреләнеүемә артыҡ әһәмиәт бирмәй, яҙылып китергә ваҡыт биргәне өсөн рәхмәтлемен. Әгәр ул шунда «икеле» сәпәһә, тиҫкәреләнеүем нәфрәткә олғашыр ине, тип уйлайым. Бер аҙҙан, ысынлап та, башҡортса шытырлатып уҡый башланым, ә бер нисә йылдан «Башҡортостан пионеры» гәзитенең иң әүҙем йәш хәбәрселәренең береһе инем, — тип һөйләй бала сағы тураһында Римма Фәйзулла ҡыҙы.
10-сы класҡа Р. Ғарипов исемендәге гимназияға уҡырға китәм тигәс, атаһы район үҙәге Иҫәнғолда бер йыл элек асылған башҡорт гимназияһына барырға тәҡдим итә. Имтихандарҙы уңышлы тапшырған Римма гимназистар иҫәбенә алына. Тик ятып уҡырға интернат булмай сыға. Уҡыу йортон асыуға күп көс һалған, Иҫәнғол гимназияһының беренсе директоры, барыбыҙ өсөн дә яҙыусы, ил инәһе булараҡ таныш Мәрйәм Бураҡаева уны һәм ҡырғы ауылдарҙан булған тағы биш һабаҡташын ишле ғаиләһе янына һыйындыра. Риммала милли рух тойғоһо тап шул йылдарҙа — мәктәп программаһына яңы индерелгән башҡорт халыҡ музыкаһы, тормош һабаҡтары дәрестәрен уларҙың авторҙары Мәрйәм, Илгизәр, Гөлназ һәм Гөлнур Бураҡаевтар, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен республикала билдәле журналист Азамат Юлдашбаевтың ҡулында уҡыған осорҙа нығына. 11-се класта яҙмыш ҡыҙҙың алдына тағы бер һынауын ҡуя. Атаһы аяҡһыҙ ҡала. 16 йәшлек бала ғәзиз кешеһен ҡарар өсөн уҡыуын ташларға ҡарар итә. Гимназия етәкселеге мөкиббән бирелеп белем эстәгән һәләтле уҡыусының хәленә инеп, уға ситтән тороп уҡыу мөмкинлеген бирә.
— Мәктәп системаһында сығарылыш класты ситтән тороп тамамлау осрағын бүтән бер ҡайҙа ла күргәнем һәм ишеткәнем юҡ. Ике аҙна һайын гимназияға барып, һәр предметтан имтихан рәүешендә һынау тота инем. Әгәр шунда аттестатһыҙ ҡалһам, яҡты хыялдарым менән хушлашырға ла тура килгән булыр ине. Мәрйәм Сабирйән ҡыҙын әсәйем кеүек яҡын күрәм, әле булһа, мин уның ғаиләһендә үҙ кеше — баламын, — ти Римма Фәйзулла ҡыҙы.
Башҡорт дәүләт университетының журналистика бүлегенә уҡырға инә алмағас, йәш ҡыҙ Стәрлетамаҡ пединститутының рабфагына урынлаша, бер юлы Иҫәнғол гимназияһында тәрбиәсе булып эшләп йөрөй. Филология факультетының башҡорт-рус бүлегенә имтихандар тотҡан мәлендә атаһы вафат була. Уҡытыусыларының рухи терәген тойоу ғына уны уҡырға барырға этәрә. Көндөҙгө бүлектә уҡыу менән бер ҡатарҙан телевидениела, «Ашҡаҙар» гәзитендә үҙен хәбәрсе итеп һынай һәм күңеле тартҡан был шөғөл йәнә журналист булыу теләген көсәйтә. I курсты тамамлағас, пединституттан документтарын алып, БДУ-ға тапшыра һәм хыялына ирешә.
Студент сағында тормошҡа сығып, әсәй булған Римма ныҡышлығы, сослоғо арҡаһында һабаҡташтары менән бергә диплом алыуға өлгәшә. Башта «Осҡон» гәзитендә хәбәрсе була. Таһир Кусимов исемендәге гимназияла уҡытыуына хәҙер 15 йыл.
— Атайым гел минең уҡытыусы булыуымды теләне. Уҡытыусы эшен юғары баһалай ине. Теләге ҡабул булды, тик үҙе генә күрә алманы. Квалификацияны үҙгәртеү курстарында уҡып, 2012 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы дипломын алдым. Гимназияға килгәс, А. Р. Муллахмәтова үҙенең ҡанаты аҫтына алды. Бөгөнгө ҡаҙаныштарымда һөнәри остазымдың өлөшө ҙур. Туған тел өлкәһендә эшләүсе ғалимдарыбыҙҙың, методистарыбыҙҙың ғилми хеҙмәттәрен даими өйрәнәм, эҙләнәм, дөйөмләштереп үҙ эшемдә ҡулланам. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренең сифатын күтәреүҙә, балаға белем һәм тәрбиә биреүҙә халыҡ педагогикаһының роле ифрат ҙур. Журналистиканан бөтөнләй айырылдым, тип әйтә алмайым. Район, республика баҫмалары редакциялары менән бәйләнеш тотам. Мәҡәләләрем төрлө гәзиттәрҙә донъя күреп тора. Гимназияла «Йәш хәбәрсе» түңәрәген алып барам, өйрәнсектәремдең матбуғат биттәрендә баҫылыуын күреп ҡыуанам, — ти ул.
Р. Ф. Баймырҙинаның уҡыусылары йыл һайын башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан мәҙәниәте фәндәре буйынса муниципаль олимпиадалар еңеүселәре булып тора. Фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ла уңышлы сығыш яһайҙар. Республика кимәлендә дүрт еңеүсе, ете призер әҙерләгән. Был остаздың эшен ни тиклем бирелеп башҡарыуының һөҙөмтәһе. Әйткәндәй, башҡа милләт балаларының да башҡорт телен өйрәнеүгә ҡыҙығып тороуҙары — уҡытыусының оҫталығынан, балаларҙы яратыуынан.
Римма Фәйзулла ҡыҙы үҙен үҫтереү өҫтөндә лә етди шөғөлләнә. Ситтән тороп психология буйынса уҡып, былтыр тағы бер диплом алған. Һөнәри оҫталыҡ бәйгеләрендә ҡатнаша. «Йыл уҡытыусыһы — 2019» район конкурсында «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» юғары исеменә лайыҡ булған. Еңеүсе булараҡ, Әбйәлил намыҫын быйыл республика бәйгеһендә яҡланы. Бынан алдағы йылдарҙан айырмалы, конкурсҡа күп яңылыҡтар индерелгән. ZOOM платформаһы аша методик оҫтаханала сығыш яһап, онлайн дәрес биргәндән һуң, бәйгеселәр милли кейем презентацияһы тип аталған сираттағы турҙа күҙмә-күҙ осраша. Оҫталыҡ дәресен БДУ, БДПУ студенттары алдында бирәләр. Һөнәри оҫталыҡтан тыш, заманса мәғариф талаптарына ярашлы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары инновацион технологиялар, интернет платформалары менән оҫта эш итеү, төрлө ресурстар ҡулланыу кимәлен дә күрһәтә. Һынауҙарҙы лайыҡлы үткән бәйгеселәр конкурстың киләһе баҫҡысына күтәрелә. Р. Ф. Баймырҙинаға финалға тиклем ике аҙым ғына етмәй. Финалға ни бары биш уҡытыусы сыға, яҡташыбыҙҙың 53 конкурсант араһында 17-се урын биләүе яҡшы һөҙөмтә тип һанайым.
— Финалға үтеүселәр барыһы ла — үткән йылдарҙағы бәйгеселәр. Мин дә ошо өлгәшкәндәремдә туҡтап ҡалмаҫмын, тип уйлайым. Республика конкурсында тағы ла ҡатнашырға иҫәбем ҙур. Тәүге сирҡанысты алдым, инде ҡолас ташлап йөҙөргә ҡала. Минеңсә, һөнәри бәйгелә һәр уҡытыусы үҙен һынауы яҡшы. Сөнки уҡытыусы үҙе лә үҫештән туҡтарға тейеш түгел, — ти ул. — Форсаттан файҙаланып, юғары даирәгә сығырға ҡеүәтләгән, һәр яҡтан ярҙам ҡулы һуҙған коллегаларыма, уҡыусыларыма, район мәғариф бүлегенә, боронғо милли кейем менән тәьмин иткән яҡташтарға рәхмәт белдерәм.
Мәктәптә эшләү дәүерендә Римма Фәйзулла ҡыҙы быйыл икенсе сығарылышын ҙур тормошҡа сығара. Элекке уҡыусылары ла уны онотмай, ата-әсәләр араһында абруйы ҙур. Тормош иптәше Таһир иртә вафат булғас, ике баланы аяҡҡа баҫтырыу бурысы ла уның иңдәрендә ята. Улы студент, ҡыҙы быйыл 11-се класта. Салауат сәнғәт мәктәбенең — ҡурай, Нәркәс ҡылҡумыҙ кластарын тамамлаған, икеһе лә — Башҡортостан мәҙәниәте предметы буйынса олимпиада призерҙары. Уҡытыусының шәхси тормошонан милли рухтағы күркәм тәрбиә биреү миҫалы ла күптәргә үрнәк булырлыҡ.