Мәғариф
10 Апреля 2021, 05:00

Бәләкәй еңеүҙәрҙән — ҙур бейеклектәргә

Районда «Ынтылыш» III йәштәр белем биреү форумы уҙҙы. Сара сиктәрендә тәүге тапҡыр муниципаль гранттар конкурсы ойошторолдо.

Районда «Ынтылыш» III йәштәр белем биреү форумы уҙҙы. Сара сиктәрендә тәүге тапҡыр муниципаль гранттар конкурсы ойошторолдо.
Заман йәштәрен нимәләр ҡыҙыҡһындыра? Тормошта үҙ урыныңды табыу, йәмғиәткә файҙалы кеше булыу өсөн нимәләр эшләргә? Яҡты уй-ниәттәрҙе нисек бойомға ашырырға? Бына ошондай һорауҙарға яуаптар эҙләгәндә был юҫыҡта ниндәйҙер тәжрибәгә эйә замандаштарҙың, йәштәр хәрәкәте лидерҙарының кәңәштәре менән «Ынтылыш» ярҙамға килә лә инде. Асыҡтан-асыҡ аралашыу майҙансығына йыл һайын ҡыҙыҡлы спикерҙар йәлеп ителә. Сараны ойоштороусы район хакимиәтенең социаль үҫеш буйынса бүлеге һәм «Үҙеңде тап» йәштәр-үҫмерҙәр клубы уҡыусыларҙа гражданлыҡ аңын формалаштырыуҙы, социаль инициативаларҙы үҫтереүҙе форумдың төп маҡсаты итеп ҡуя.
Мәғариф бүлегенең тәрбиә эштәре буйынса методисы Ә. Ә. Муллаярованың ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылыу буйынса «DOBRO.ru» платформаһында теркәлеү тәртибе тураһындағы сығышы күптәр өсөн файҙалы булды. Спикерҙар ауыл хужалығы, туризм, йәмәғәт туҡланыуы өлкәләрендә бизнес төҙөү серҙәре менән уртаҡлашты. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ һәм фермерлыҡҡа дәүләт тарафынан күрһәтелгән ярҙам тураһында тейешле мәғлүмәт еткерелде. Заман заңына ярашлы бизнесты яңы һанлы технологиялар өлкәһендә ҡороу отошло булыуы буйынса фекер алышылды. Республика йәштәр сәйәсәте лигаһының проект хеҙмәте ағзаһы Азат Айытбаев «Социаль проектлау» темаһына тренинг үткәрҙе.
Проекттар яҡлап гранттар отоу күренеше бөгөн айырыуса йәштәр мөхитендә популяр. Әүҙем, инициативалы йәштәр ошо ысул менән ҡыйыу идеяларын тормошҡа ашыра, төрлө саралар үткәреүгә, уйындар ойоштороуға финанс саралар йәлеп итә. Район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса белгесе Әҡлимә Рәжәпова Бөтә Рәсәй гранттар конкурсы тураһында хәбәрҙар итте, йәштәрҙе унда ҡатнашырға өндәне. Конкурста 14-тән 35 йәшкә тиклемге йәш кешеләр ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Физик берәмектәргә бүленгән дөйөм грант күләме 2,5 миллион һум тәшкил итә. Әйткәндәй, Таштуй егете, студент, әлеге форумда спикер булып сығыш яһаусы Азат Айытбаевтың проекты былтыр еңеүсе булып, егет уны тормошҡа ашырыуға 50 мең һум грант алды.
«Ынтылыш» форумы сиктәрендә быйыл беренсе тапҡыр муниципаль гранттар конкурсы уҙҙы. Район белем биреү ойошмаларына алдан ебәрелгән положениеға ярашлы, конкурсҡа гимназиянан, Атауҙы, Байым урта мәктәптәренән һәм район үҙәгендә эшләүсе балалар фәнни үҙәгенән биш проект тәҡдим ителде. Беренсе-икенсе урындарҙы коллектив эштәр — «Донъя балалар күҙлегенән» (балалар фәнни үҙәге) һәм «Беҙҙең ауылда Еңеү скверы» (Байым мәктәбенең 10-сы класы) проекттары яуланы. «Ҡараһаҙ йәшәйәсәк!» экологик проекты менән Байымдан 7-се класс уҡыусыһы Динар Ғәлиуллин өсөнсө урында билдәләнде. Бәләкәй еңеүҙәр ҙур бейеклектәргә ынтылыш бирһен тигән ышаныс менән призерҙарға 5, 3 һәм 2 мең һум күләмендә муниципаль гранттар тапшырылды.
Донъя балалар күҙлегенән
— Мин күп балалы әсәй. Һәр ата-әсә кеүек балаларға ҡыҙыҡһыныуҙары буйынса тейешле белем һәм тәрбиә биреүҙе алға ҡуям. Ошо ерлектә балалар фәнни үҙәген булдырыу идеяһы яралды. Һөнәрем буйынса математика, информатика уҡытыусыһы булғас, техник йүнәлештә — теүәл фәндәр, робототехника, 3D-моделләштереү буйынса үҙ эшемде астым. Балаларҙы ылыҡтырыу өсөн улар менән бер кимәлдә фекерләргә, донъяға улар күҙлегенән бағырға, заман трендтарынан артта ҡалмаҫҡа кәрәк. Үҙемдең балаларымдың, уҡыусыларымдың нимәләр менән ҡыҙыҡһыныуҙарын, яратҡан шөғөлдәрен күҙәтеүҙәрем нигеҙендә үҙәк эшмәкәрлегендә яңынан-яңы проекттар тормошҡа ашырылып тора. Шуларҙың иң һуңғыһы — «БалаШоу» проекты, — ти үҙәк етәксеһе Зөлфиә Ғәйнетдинова.
Бөгөн иң кескәйҙәргә тиклем «Тик Ток», «лайк» нимә икәнен белә һәм үҙ аллы видеолар төшөрә. Зөлфиә Әмир ҡыҙы был мауығыуҙы дөрөҫ юҫыҡҡа йүнәлтергә лә мөмкин тип, Ютубта мәғлүмәти, белем биреүсе «БалаШоу» каналын булдырған. Ябай тел менән әйткәндә, балалар телевидениеһы ул. Уҡыусылар үҙҙәрен хәбәрсе, оператор ролендә һынай, камера алдында һөйләргә, видео төшөрөргә, монтажларға өйрәнә. Ижади командала әле биш бала — Артур Ғәйнетдинов, Мират Шәмсетдинов, Илмира Мусина, Залина Хәкимова һәм Зөлхизә Ласынова (һүрәттә) эшләй. Район тыуған яҡты өйрәнеү музейынан эшләнгән репортаж интернет киңлегендә өс меңдән ашыу кешенең иғтибарын йәлеп иткән. Каникул осоронда «Ирәндек» лагеры базаһында ойошторолған «Юнармиясы» сменаһы, район «Гүзәлкәй» бәйгеһе тураһында ла яҙма әҙерләгәндәр. Башҡорт телендә таҙа һөйләшкән балаларҙы йәлеп итеп, «БалаШоу»ҙың башҡортса сығарылыштарын төшөрөргә ниәтләйҙәр. Муниципаль грант отоуҙары — проектты камиллаштырыуға ынтылыуҙағы тәүге аҙымдарының береһе. «Сифатлы видео төшөрөү өсөн яҡшы ҡорамалдар кәрәк. Әлбиттә, был ҙур сығымдар талап итә. Әле видеолар төшөрөүҙә һәм монтажлауҙа шәхси камераһы менән Таштимер урта мәктәбенең педагог-психологы Нәркәс Иҙрисова ҙур ярҙам күрһәтә», — ти проект етәксеһе Зөлфиә Әмир ҡыҙы.
Читайте нас