Гәзиткә яҙылыу осоро етһә, мин ишҡолдарға ҙур өмөт бағлап, күҙ төбәп торам. Ни тиһәң дә тыуған яғым, үҙем уҡыған мәктәбем, таныштарым һынатмаҫ, «Осҡон»һоҙ ҡалмаҫ, тигән ныҡлы ышаныс бар миндә.
Был юлы ла шулай булды. Ишҡол урта мәктәбе бөтә коллективы менән (уҡытыусылар ғына түгел, техник хеҙмәткәрҙәр ҙә) тулыһынса «Осҡон»ға яҙылыуы тураһында шылтыратып, ҡыуаныслы хәбәр еткерҙе. Ошо уңайҙан Әбйәлил мәғлүмәт үҙәге директоры Вил Илһамов менән барып, уларға рәхмәт һүҙҙәре еткереп, бүләкләп ҡайттыҡ.
Гәзит-журналдарға яҙҙырыу өсөн яуаплы булған китапханасы Дания Вәлиева әйтеүенсә, уҡытыусылар коллективы бер йыл да гәзитһеҙ ҡалмай. Быйыл да ташламалы хаҡ менән яҙылыу ун көнлөгө иғлан ителгәс тә, йәһәтләп, квитанцияларын тултырып, тапшырғандар.
«Осҡон»дан тыш, үҙебеҙҙең ауыл ҡыҙы Гөлназ Ҡотоеваға теләктәшлек белдереп, мотлаҡ рәүештә «Башҡортостан ҡыҙы» журналын алдырабыҙ, «Башҡортостан уҡытыусыһы» һәр педагогтың йортона килә, — ти Дания Әхмәҙи ҡыҙы. — Шулай уҡ класс менән милли баҫмаларға яҙылыу яйға һалынған: бәләкәйҙәр күмәкләп «Аҡбуҙат» журналын, урта звено — «Аманат»ты, өлкән кластар «Йәшлек» гәзите менән «Шоңҡар» журналын алдыра. «Осҡон»ға иһә 32 кеше яҙылдыҡ, бәлки күберәк тә булыр инек, коллективта ғаилә парҙары булғанға, улар өйҙәренә бер экземпляр яҙҙыра».
Ҙурҙан-ҙур рәхмәт һеҙгә, хөрмәтле уҡытыусылар, Ишҡол урта мәктәбендә эшләүсе хеҙмәткәрҙәр!
Гәзитебеҙгә тоғро ҡалыуҙары уңайынан Әбйәлил мәғлүмәт үҙәге исеменән мәктәп директоры Азат Махийәновҡа рәхмәт хаты, китапханаға «Ырыуҙар тарихы» китаптары йыйылмаһы һәм мәктәпкә сифатлы волейбол тубы бүләк иттек. Әйткәндәй, бында физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән Венер Боҫҡонов волейбол буйынса район намыҫын яҡлап та сығыш яһай, уҙған йыл балалары менән республика «Президент ярыштары»нда ҡатнашып, еңеү яулауға өлгәште.
«Иң белемле мәктәп», «Иң матур мәктәп» кеүек номинацияларҙа йыл да район кимәлендә еңеп торған Ишҡол урта мәктәбе әле лә көндәлек мәшәҡәттәр менән йәшәй — балалар контроль эштәргә, берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнә, өмәләргә сығырға ла өлгөрә. «Быйыл 11-се класты һигеҙ, 9-сыны 13 уҡыусы тамамлай, — ти Азат Рәфҡәт улы. — Имтихандарға төплө әҙерлек бара, бөгөн 11-селәр рус теленән инша яҙып ҡараясаҡ. Былтырғы сығарылыш уҡыусыларының бишәүһе юғары уҡыу йорттары студенттары — улар республика вуздарын һайланы, икәүһе колледждарҙа уҡып йөрөй».
Рауил ауыл биләмәһенең башҡа ауылдарында йәшәүселәр ҙә милли матбуғатҡа яҙылыу осоронан ситтә ҡалмай. Почта бүлексәһе начальнигы Әҡлимә Хәйруллина әйтеүенсә, ташламалы ун көнлөктө файҙаланып, 100-ҙән ашыу кеше «Осҡон»ға, дүрт кеше «Абзелил»ға яҙылырға өлгөргән. Исҡужа һәм Рауил ауылдары халҡы һәм почтальоны айырыуса әүҙемлек күрһәткән.