Мәғариф
16 Апрель 2021, 06:45

Йәш экологтарҙың еңеүе

Экологик ғилем аҙналығы нигеҙендә уҙғарылған уҡыусыларҙың экология буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы призерҙары асыҡланды. #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Экологик ғилем аҙналығы нигеҙендә Ставрополдә уҙғарылған уҡыусыларҙың экология буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы призерҙары асыҡланды. Унда Мәләүез районы, Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары уҡыусылары юғары уңыштарға өлгәште.
Олимпиада теоретик һәм практик этаптарҙан торған. Балалар экологияға ҡағылышлы һорауҙарға яуап биргән, ил Президенты Владимир Путиндың гармониялы экологик йәмғиәт булдырыу зарурлығы тураһындағы һүҙҙәренә нигеҙләнгән проекттары менән таныштырған, шулай уҡ орнитология, ботаника һәм гидробиология буйынса тикшеренеүҙәрен тәҡдим иткән.
Мәғлүм булыуынса, йәш экологтарҙың тырышлығы һәм тәбиғәтте һаҡлау сараларын ойоштороу республикала тормош сифатын яҡшыртыуға, халыҡтың экологик мәҙәниәтен үҫтереүгә, шулай уҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
“Башҡортостан” гәзите сайтынан.
Читайте нас