«Мәғариф» милли проекты студенттарға карапта йөҙөп, тәжрибә туплау хоҡуғы бирә. Фән һәм мәғариф министрлығы инициативаһы менән булдырылған «һыу өҫтөндәге университеттар» — ул йәмәғәт ойошмаһы кеүек маҡсат үтәй. Мәҫәлән, яңыраҡ ҡына «Академик Николай Страхов» исемле карап — һыу өҫтөндәге университет Баренц диңгеҙенән ҡайтты. Унда Ломоносов исемендәге Мәскәү университеты студенттары ай дауамында диңгеҙҙең үҙенсәлектәрен өйрәнде. Бындай карап-университеттар Арктикала, Волгала, Балтик диңгеҙендә һәм Байкалда эшләй һәм уларҙың акваторияһын арттырыу ҡарала.