Мәғариф
19 Апреля 2021, 03:55

Оҫтаханалар асыла

Ябай һөнәрҙәргә иғтибар арттырыу маҡсатында урта һәм юғары белем биреү учреждениеларында оҫтаханалар асыла.#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

«Мәғариф» милли проектының маҡсаты — бөтә илдә сифатлы белем биреүҙе тәьмин итеү. Бының өсөн һөнәри оҫталыҡ булыуы мөһим. Яңы асылған оҫтаханалар студенттарға тәжрибә тупларға, ғәмәли белем алырға мөмкинлек бирәсәк. Колледж базаларында эшләйәсәк оҫтаханалар Worldskills стандарттарына яуап бирә һәм унда иң заманса ҡорамалдар ҡуйыласаҡ. Быйылғы йыл аҙағына 2200 оҫтахана булдырыу планлаштырыла. Бындай урындарҙа белемен камиллаштырған студент диплом алыуға әҙер белгес булып сығасаҡ һәм хеҙмәт баҙарында конкуренцияға һәләтле буласаҡ.
Мәҫәлән, Санкт-Петербург политехник университетында колледж студенттыр өсөн «Администратор», «Бизнес өсөн программа ҡарарҙары», «Ай-Ти мөмкинлектәр», «1С предприятие» кеүек оҫтаханалар эшләй.
Алтай крайында уҡыған егеттәр һәм ҡыҙҙар «Ашхана эше», «Электромонтаж» кеңек һөнәрҙәр буйынса белемен арттыра ала һ.б.
Читайте нас