Мәғариф
20 Апреля 2021, 13:50

Ғилми совет берләшеүҙе хупланы

БДУ-ның ғилми советы Радий Хәбировтың берләштерелгән юғары уҡыу йортон булдырыу башланғысын хупланы.

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡорт дәүләт университетының Ғилми советы ултырышында ҡатнашты. Төбәк етәксеһе Өфө дәүләт авиация техник университеты менән ҡушылыу һөҙөмтәһендә БДУ эйә буласаҡ мөмкинлектәр һәм берләштерелгән вуздың “Өҫтөнлөк-2030” стратегик академик лидерлыҡ программаһында ҡатнашыу перспективаһы тураһында һөйләне. Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса Ғилми совет ҙур яңы университет ойоштороуҙы күпселек тауыш менән хупланы.
Читайте нас