Михайловка урта мәктәбе яңы уҡыу йылы алдынан өр-яңы автобус аласаҡ. Мәғариф министрлығы быйыл республиканың 41 белем усағын яңы транспорт сараһы менән тәьмин итәсәк. Был маҡсатта 92,36 миллион һум аҡса бүленгән.
Район мәғариф бүлеге начальнигы Батыр Илһамов һөйөнөслө яңылыҡты еткереп, әлеге ваҡытта Михайловка урта мәктәбенә балаларҙы ташыған автобустың файҙаланыу ваҡыты үтеп бара, шуға уны яңыртыу талап ителә, тине.
Яңы Һамар һәм Озерное ауылдарынан 49 уҡыусы урта мәктәпкә йөрөп уҡый. Киләһе уҡыу йылында балалар уңайлы, яңы автобустарҙа йөрөйәсәк.