22 майҙа, шәмбе көнө республика мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау яңғыраясаҡ, ә былтыр пандемия сәбәпле, һуңғы ҡыңғырау тантаналары онлайн форматта ойошторолғайны.
9-сы һәм 11-се кластарҙы тамамлаған сығарылыш класс уҡыусылары өсөн был дата берҙәм һуңғы ҡыңғырау тантаналары көнө тип билдәләнде. Ошо турала БР Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итәләр.
"Роспотребнадзор" байрамдарҙы үткәреү буйынса кәңәштәрен еткерҙе. Документҡа ярашлы, саралар асыҡ һауала, термометрия, социаль арауыҡты күҙәтеп ойошторолорға тейеш.
Кабинеттарҙа өҫтәл артына уҡыусылар берәмләп, зиг-заг рәүешендә ултыртылырға, битлек кейергә бурыслы. Бүлмәләрҙе елләтеү, бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыт-һаба менән эш итеү кәңәш ителә.