“Стартап — диплом” программаһы Рәсәй Хөкүмәте тарафынан хупланды һәм ул йәштәр эшҡыуарлығына булышлыҡ итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Йәғни, студенттар диплом эше урынына үҙенең бизнес-проектын яҡлай һәм үҙаллы эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү өсөн стартап алыу хоҡуғына эйә була.