“Мәғариф” федераль милли проектын тормошҡа ашыра башлағас, Әлшәй районының мәктәптәре һәм Пионерҙар һарайында 920 өҫтәмә бюджет урындары барлыҡҡа килде.
Үҙ сиратында, “Һәр баланың уңышы” федераль проекты нигеҙендә ҡыҙ һәм малайҙар төрлө йүнәлештә иркен шөғөләнеү мөмкинлегенә эйә булды. Спорт секцияларын, экология һәм тикшернеү-эҙләнеү курстарын ҡалдырмауҙары шуға асыҡ миҫал.
– “Һыу туризмы” түңәрәгенә хәҙер күпләп йөрөйҙәр, – тип һөйләй уҡытыусылар. – Һыуға туранан-тура ҡағылышы булған катамаранды тиреп, яңынан ҡоралар, республикабыҙҙың йылға-күлдәре менән бәйле булған ял итеү урындарын өйрәнәләр. Ҡыҫҡаһы, был – туризмды үҫтереүгә бер аҙым.
Бөгөн экология көнүҙәк мәсьәлә һаналғанда, йәштәр эргә-тирәне сүп-сарҙан таҙартыуға йөҙ менән боролған. Шулай уҡ “Мультимикис” мультипликациялар студияһының да эше ҡайнап тора.