Мәғариф
17 Май 2021, 11:55

«Йыл оҫтаһы» конкурсының финалы бара

Бөтә Рәсәй «Йыл оҫтаһы» конкурсының республика этабы кисә башланды.#национальныепроекты#регпроекты#

Уны «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә БР Мәғариф һәм фән министрлығы ойоштора.
Конкурс һөнәри белем биреүсе иң яҡшы уҡытыусыларҙы асыҡлауҙы, уларҙы дәртләндереүҙе, эш тәжрибәһен өйрәнеүҙе маҡсат иткән.
Өс этапта уҙғарылған бәйгенең тәүгеһендә ҡатнашыусыларҙың портфолиоһы баһаланды. Бында оҫталарҙың Worldskills чемпионатына өйрәнсектәр әҙерләүенә иғтибар бирелде, шулай уҡ күрһәтмә имтихан тапшырған сығарылыш уҡыусылары булыуы ла иҫәпкә алынды.
Финалға 10 кандидат үтте. Һәм ошо педагогтар 21 майға хәтлем финалда үҙҙәрен күрһәтеп, оҫталыҡ дәрестәре бирәсәк һәм йәштәргә һөнәри белем биреү тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ. Еңеүсе Бөтә Рәсәй конкурсының Мәскәүҙә үткән этабында Башҡортостан намыҫын яҡлаясаҡ.
Читайте нас