Имтихан осоронда һәр ваҡыт психологик көсөргәнеш тоябыҙ. Был ваҡытта стресс — организмдың ғәҙәти күренеше. Еңелсә генә эмоциональ тоҡанып китеү файҙалы, ул уҡыусының аҡыл һәләтенә һәм эшмәкәрлегенә ыңғай йоғонто яһай. Әммә артыҡ эмоциональ көсөргәнеш кире тәьҫир итә. Бының сәбәбе булып, беренсе сиратта, ваҡиғаға шәхси ҡараш тора. Шуның өсөн был хәлгә ыңғай мөнәсәбәт формалаштырыу мөһим. Был, үҙ сиратында, уҡырға, имтиханға әҙерләнеү, уны тапшырыу өсөн көстө дөрөҫ бүлеүгә ярҙам итә.
Имтихан — тормошта осраясаҡ һынауҙарҙың береһе генә икәнен уҡыусы белергә тейеш. Был ваҡиғаға юғары мөһимлек биреү артыҡ көсөргәнешкә килтерә. Дөрөҫ йүнәлеш биргәндә имтихандар бала өсөн үҙенең баһаңды иҫбат итеү, уны күтәреү өсөн хеҙмәт итә. Алдан уҡ үҙеңдең көсөң етерлек маҡсат ҡуйыр кәрәк. Бер кеше лә гел генә бөтә яҡтан камил булмай. Уңыштар идеалың менән тура килмәһә лә, улар тик һинеке. Хаталарҙан ҡурҡырға ярамай. Билдәле, кем эшләмәй, шул ғына хаталанмай. Уңышҡа ынтылған кешеләр тормошта күпкә өлгәшә, ҡайһы берәүҙәр кеүек яңылышыуҙарҙан ҡасмай.
Ҡайһы бер файҙалы ысулдар менән танышайыҡ.
Эш алдынан иғтибарҙы тупларға, тынысланырға.
Имтиханға ҡағылышлы ҡағиҙәләр менән алдан танышыу көтөлмәгән хәл-дәрҙән ҡотҡара. Мәсьәләләрҙе сисеү күнекмәләре төрлө алымдар менән эшләргә, ваҡытты дөрөҫ бүлергә ярҙам итә.
Имтихандарға әҙерлек күп ваҡытты ала, ләкин абсолют ваҡытты алырға те-йеш түгел. Бер үк эш менән оҙаҡ ваҡыт шөғөлләнгәндә иғтибарҙы туплау кә-мей. Аҡыл эшмәкәрлеген хәрәкәт менән алыштырығыҙ. Имтиханға әҙерлектән физик арығанлыҡ булмаһын өсөн яратҡан эшең менән булып алырға, саф һауала йөрөп килергә кәрәк. Ләкин был ял оҙаҡҡа һуҙылырға тейеш түгел. 40-50 минут шөғөлләнгәндән һуң 10-15 минутлыҡ тәнәфес эшләп алыу мотлаҡ.
Мейе әүҙем эшләһен өсөн таҙа йәки минераль һыу, йәшел сәй эсеү файҙалы. Был ваҡытта дөрөҫ туҡланыу мөһим роль уйнай. Йоҡо һәм ял тәртибен күҙәтегеҙ. Оҙағыраҡ аҡыл көсө менән шөғөлләнгән һайын, йоҡоға ваҡытты бер сәғәткә арттырырға тәҡдим ителә.
Стресс һәм көсөргәнеште кәметеү, материалды иҫтә ҡалдырыу өсөн төрлө ысулдар ҡулланырға була, уларҙы интернет селтәренән табыу ауыр түгел.
Имтихан ваҡытында ата-әсәнең төп бурысы — балаға әҙерләнергә тейешле шарттар тыуҙырыу һәм ҡамасауламау. Ярҙам итеү, таяныс булыу, бала өсөн мөһим булған нәмәһен алып биреү, иң мөһиме — ата-әсәнең үҙен тыныс тотоуы баланың тулҡынланыуын еңергә ярҙам итә.
Имтихандар ауыр һәм яуаплы тип баланы ҡурҡытырға ярамай. Был әҙерлеккә ярҙам итмәй, киреһенсә эмоциональ көсөргәнеш тыуҙыра, унан бала үҙе генә ҡотола алмай. Баланың имтихан һөҙөмтәләрен көтөүенә дөрөҫ йүнәлеш бирергә кәрәк. Яҡшы һөҙөмтә өсөн БДИ һорауҙарының бөтәһенә лә яуап биреү мотлаҡ түгел. Эшләй алмаған өсөн борсолғансы, үҙең белгән һорауҙарға яуап биреү отошлораҡ.
Имтихан һөҙөмтәләренә ҡарама-йынса, ысын күңелдән баланы яратыуығыҙ, бөтәһе лә яҡшы буласағын йышыраҡ ҡабатлағыҙ.
Имтиханға әҙерлек өсөн үҙегеҙҙең шәхси стратегик йүнәлешегеҙҙе әҙерләгеҙ, әҙерлекте ойоштороу өсөн төрлө тәҡдимдәр менән файҙаланығыҙ. Көн тәртибен тотоу һәм ваҡытында туҡла-ныу тураһында ла онотмағыҙ. Балаға терәк булырға — тимәк, уға ышанырға! Баланың уңыштары, көсө, һөҙөмтәләре менән ҡәнәғәт булыуығыҙҙы күрһәтеү өсөн ололарҙың мөмкинлектәре күберәк.
Икенсе юл да бар — балаға: «Һин быны эшләй алаһың!» тигән күрһәтмә биреп, уны төрлө ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәтеү. «Мин һиңә ышанам, һин бөтәһен дә яҡшы эшләй алаһың!», «Һин быны яҡшы беләһең!» — тигән кеүек балаларҙы дәртләндереүсе һүҙ-ҙәр бар. Балаға ипләп кенә ҡағылып алыу, бергә эштәр менән булыу, физик эштәрҙә ярҙам итеү, ҡараш менән дә наҙлау — былар барыһы ла ярҙам итә. Баланың кәмселектәренә иғтибар ит-мәҫкә, көслө, яҡшы яғын ғына күрергә, ышаныс белдерергә, уның кәйефен тойоу, өйҙә уның өсөн татыу һәм итәғәтле мөнәсәбәт булдырыу, яратыу һәм хөрмәтегеҙҙе белдереү мотлаҡ.
Имтиханда уңыштар теләйем!
З. МӘҒӘФҮРОВА,
Таһир Кусимов исемендәге гимназия психологы.