Мәғариф
20 Мая 2021, 04:02

Студенттар фестивалдә ҡатнашты

Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” федераль проекты нигеҙендә, Башҡортостан студенттары ХХIХ “Рәсәй студент яҙы” Бөтә Рәсәй фестивале финалында ҡатнашты. #национальныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” федераль проекты нигеҙендә, Башҡортостан студенттары ХХIХ “Рәсәй студент яҙы” Бөтә Рәсәй фестивале финалында ҡатнашты.
Проект Рәсәй Йәштәр союзы тарафынан “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” платформаһына ярашлы тормошҡа ашырыла. Финал 15 – 20 майҙа Түбәнге Новгородта үтте. Сарала Рәсәйҙең 75 төбәгенән 3500 студент ҡатнашты.
Республикабыҙҙы фестивалдә Башҡорт дәүләт университетынан, Өфө дәүләт нефть техник университетынан, Өфө дәүләт авиация техник университетынан, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетынан, Өфө юридик институтынан 82 студент танытты. Ҡатнашыусылар 11 йүнәлеш буйынса эшләне. Башҡортостан делегацияһы етәксеһе Кристина Першукова әйтеүенсә, студенттарҙың яртыһынан күберәге Бөтә Рәсәй фестиваленә тәүге тапҡыр килгән.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/97512
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/97512
Читайте нас