Мәғариф
25 Мая 2021, 05:32

«Ирәндек» балалар өсөн онотолмаҫ ял вәғәҙәләй

Былтыр пандемия арҡаһында балалар лагерҙарға бара алмағайны. Быйылғы йәйге ялдың нисегерәк ойошторолоуы күптәрҙе ҡыҙыҡһындыралыр.

Былтыр пандемия арҡаһында балалар лагерҙарға бара алмағайны. Быйылғы йәйге ялдың нисегерәк ойошторолоуы күптәрҙе ҡыҙыҡһындыралыр.
Балаларҙың йәйге ялы буйынса Башҡортостан юлдаш телевидениеһында уҙған брифингыла ата-әсәләрҙе борсоған күп һорауҙарға яуап табылды.
Быйыл лагерҙар балаларҙы ҡабул итерме? Эйе. Әлеге мәлгә республиканың 50 лагеры әҙер, улар бөтә хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә, тикшереүҙәр үткән. Коронавирусҡа бәйле, лагерҙар 75 процентҡа тиклем генә тулыландырыласаҡ.
Йәйге ялға ҡағылған мөһим яңылыҡ — ил Президенты Владимир Путин үҙенең Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә лагерҙарға юлламаларҙың ярты хаҡын ата-әсәләргә кире ҡайтарыу кәрәклеге тураһында белдергәйне. Шуға ярашлы, федераль һәм төбәк лагерҙары кэшбэк системаһы булдырҙы. Федераль программала ҡатнашыу өсөн «Мир путешествий.рф» сайтында теркәлгән лагер-ҙарҙы ҡарап, һайларға һәм юллама алырға кәрәк. Әйтәйек, берәй лагерға юллама хаҡы 26 мең һум торһа, бер нисә көн эсендә түләгән аҡсағыҙҙың ҡап яртыһы, йәғни 13 мең һум картағыҙға кире киләсәк. Башҡортостанда иһә Мәғариф министрлығы реестрына ингән лагерҙарға юллама алған осраҡта, биш көн эсендә хаҡтың 70 проценты «Мир» картаһына ҡайтарыласаҡ.
Балаларға лагерға барыу өсөн ниндәй белешмәләр кәрәк? Смена башланырға өс көн ҡалғас, участка педиатрынан коронавирус сирле кешеләр менән бәйләнеш булмауы хаҡында белешмә булһа етә. Антиесемдәр булыу-булмауы тураһында ҡағыҙ талап ителмәй.
Тағы бер яңылыҡ — быйыл ата-әсәләр өсөн лагерҙар ябыҡ. Коронавирус инфекцияһы хәүефенә бәйле «Асыҡ ишектәр көнө» уҙғарылмаясаҡ.
Беҙҙең район балалары нисек ял итәсәк? Был һорауҙы район мәғариф бүлегенең йәйге ял буйынса координаторы Илнур Илһамовҡа бирҙек.
— Быйыл «Ирәндек» балалар лагерында өс смена ойоштороласаҡ. Тәүгеһе 14 июндә асылыр тип көтөлә. Талап буйынса лагерҙар 75 процент ҡына тула, йәғни бер сменала 250 бала ҡабул ителәсәк. Бөтәһе 750 бала ял итәсәк, — тине Илнур Вил улы. — Хәүефле вирус таралыуға юл ҡуймау маҡсатында хеҙмәткәрҙәр һәм балалар 21 көн буйы башҡа кешеләр менән аралашмаясаҡ, ата-әсәләр ҡатнашлығында саралар уҙғарылмаясаҡ, балалар ҙа сығып йөрөмәйәсәк.
Кэшбэк системаһының бик уңайлы булыуы хаҡында ла әйтте координатор. Был балаларға республика ғына түгел, башҡа төбәктәрҙәге лагерҙарҙа ла ял итеү мөмкинлеге бирә. 25 майҙан эшләй башлаясаҡ программала ҡатнашыу өсөн «Мир путешествий» сайтында балалар ялы бүлегендә теркәлгән лагерҙар исемлеге араһында һайларға мөмкин. «Ирәндек» лагеры ла Мәғариф министрлығының реестрына индерелһә, юллама өсөн хаҡтың 70 проценты автоматик рәүештә картаға ҡайтасаҡ. Юллама хаҡы — 18950 һум 40 тин.
Әлеге ваҡытта лагерҙа әҙерлек эштәре бара. Балалар учреждениеларына йылдан-йыл көсәйтелгән талаптарға тура килтереү өсөн әллә күпме тикшереүҙәр үткәрелә. Янғын хәүефһеҙлеге, террорға ҡаршы ҡағиҙәләр күҙәтелергә тейеш. «Ирәндек» йәйге ял лагеры директоры Раян Фәттәхов әйтеүенсә, корпустарҙа косметик ремонт тиҙҙән тамамланасаҡ. Иҙән-стеналарҙы техник персонал буяған, хәҙер спорт майҙансыҡтары, эскәмйәләр, беседкаларҙың төҫтәре яңыртыласаҡ. Ремонт эштәрен Насир Абдрахимов бригадаһы башҡара. Лагер биләмәһенә 100 төп рауза ҡыуаҡлыҡтары ултыртылған, ошо көндәрҙә петуния килтереләсәк. Талпанға ҡаршы эшкәртеү ике тапҡыр үткәрелгән.
Гигиена үҙәгенең талаптарына тура килтереү өсөн ашхана, аҙыҡ-түлек блогында ремонт бара. Ит, балыҡ һәм башҡа тиҙ боҙолоусы ризыҡтарҙы һаҡлау урыны СанПинға ярашлы булырға тейеш.
— «Ирәндек»тә ял итеүселәрҙең каникулдары ҡыҙыҡлы, күңелле һәм шул уҡ ваҡытта хәүефһеҙ булһын өсөн тырышабыҙ. Лагерҙа карантин режимы күҙәтеләсәк, поход-экскурсиялар ойошторолмаясаҡ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан беҙҙең тәрбиәселәр, вожатыйҙар йөкмәткеле, бай программа әҙерләй. Балалар күберәк саф һауала буласаҡ, уйындар, тематик көндәр, бәйгеләрҙә ҡатнашып йәйге ялдарын мауыҡтырғыс һәм онотолмаҫлыҡ итеп үткәрәсәк, — тине Раян Баян улы.
Читайте нас