Мәғариф
27 Мая 2021, 06:05

«Ҙур тәнәфес»тә еңеүсегә — 1 миллион һум

Рәсәйҙә уҡыусылар өсөн иң ҡоласлы конкурс — «Ҙур тәнәфес» ярышы бара.

«Мәғариф» милли проекты сиктәрендә үткәрелгән был конкурста былтыр еңеп сыҡҡан 11-се класс уҡыусылары берәр миллион һум аҡса алды. Бынан тыш еңеүселәрҙе «Артек» лагерына путевкалар, «Мәскәү — Владивосток» сәйәхәте, аҡсалата приздар, юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн өҫтәмә балдар көтә.
«Рәсәй — мөмкинлектәр иле» Президент платформаһының проекты ул «Ҙур тәнәфес». Уның маҡсаты балаларҙың һөнәри потенциалын асыу, илһөйрәлек тойғоларын үҫтереү, ижади үҫеш мөмкинлектәре булдырыу.
Конкурста ҡатнашыу өсөн ошо платформала теркәлергә кәрәк: https://bolshayaperemena.online/?utm_source=region&utm_medium=bashkortostan
Читайте нас