Мәғариф
28 Мая 2021, 10:05

Колледждарҙың матди базаһы нығынасаҡ

IX “Йәш профессионалдар (WorldSkills Russia) – 2021” Милли чемпионатының финалынан һуң Башҡортостан колледждарында 100-ҙән ашыу яңы оҫтахана барлыҡҡа киләсәк.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

IX “Йәш профессионалдар (WorldSkills Russia) – 2021” Милли чемпионатының финалынан һуң Башҡортостан колледждарында 100-ҙән ашыу яңы оҫтахана барлыҡҡа киләсәк.
Уларҙа уҡытыу заманса һөнәри талаптарға тулыһынса яуап бирәсәк. Йәғни чемпионатты уҙғарыу өсөн һатып алынған барлыҡ ҡорамалдар республиканың уҡыу йорттарына бүлеп биреләсәк. Шулай итеп, һөнәри белем биреү учреждениеларының матди-техник базаһы 70 проценттан ашыуға тиклем яңырыу кисерәсәк.
2013 йылдан Башҡортостан Республикаһы Ворлдскиллс Рәсәй хәрәкәтендә ҡатнаша һәм “Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты һөҙөмтәләре буйынса илдең иң яҡшы ун төбәге исемлегенә инә. Шуға күрә быйыл IX Милли чемпионаттың финалын 21-25 июлдә Өфөлә уҙғарырға ҡарар ителде.
Читайте нас