РФ Генераль прокуратура белдереүенсә, һуңғы биш йылда интернет аша ҡылынған енәйәттәр һаны 11 тапҡырға артҡан. Был тәү сиратта телефон аша мутлыҡ ҡылыусылар, банктар базаһын «емереп» инеүселәр, мәғлүмәттәрҙе урлаусылар һәм башҡалар.
«Фән» милли проекты замана бәләһенә ҡаршы көрәшеүҙе маҡсат итә һәм был йүнәлештә махсус белгестәр әҙерләргә тәҡдим итә.
Университеттарҙа, мәҫәлән «Һанлы технологиялар хәүефһеҙлеге» тигән яңы уҡыу үҙәктәре булдырыла. Унла студенттар һәм аспиранттар яңы элемтә төрҙәрен, һанлы документтарҙы йәшереү, биометрия серҙәрен, пилотһыҙ транспорт менән идара итеү нескәлектәрен өйрәнә. Был курстарҙы тамамлаусылар төрлө хакер атакаларына ҡаршы тороу һәләтенә эйә буласаҡ.
Шәхси мәғлүмәттәрҙе сит кешеләрҙән һаҡлау бөтә тармаҡтарға ла ҡағыла.