Уйламағанда, көтмәгәндә парадҡа эләктем. Ниндәйенә бит әле — йондоҙҙар парадына! Баҡтиһәң, Байым урта мәктәбендә һәр уҡыу йылы аҙағында иң алдынғы уҡыусыларҙы, төрлө олимпиада-конкурс еңеүселәрен тәбрикләү маҡсатында шундай парад уҙғарыла икән.
Ә Байым урта мәктәбе уҡыусыларының йыл дауамында өлгәшкән уңыш-ҡаҙаныштарынан баш әйләнерлек. Район, республиканыҡын һанап бөтөрлөк түгел, хатта Рәсәй кимәлендәге еңеүҙәре лә бар. Һәр уҡыусының даны артында уҡытыусыларҙың, педагогик коллективтың ныҡыш хеҙмәте, тырышлығы ята.
Белем усағы алдында уҙған тантананы Байым урта мәктәбе директорының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Рәйлә Собханғолова алып барҙы.
— Быйылғы уҡыу йылында беҙҙең мәктәпкә иң ҙур, иң мәртәбәле еңеүҙе сығарылыш класс уҡыусылары — Ғайса Хәйбуллин менән Дилбәр Мөхәмәҙиева алып ҡайтты. Улар физик культура буйынса олимпиаданың һуңғы этабына етеп, Рәсәй кимәлендә призер булыуҙары райондың ғына түгел, республиканың данын бермә-бер арттырҙы, — тине оло ғорурлыҡ менән Рәйлә Урал ҡыҙы. — Дилбәр менән Ғайса икеһе лә Гөлниса Ғилмитдинованың уҡыусылары. «Йыл уҡыусыһы» исемен яулаған был ҡыҙ менән егет белем усағының сағыу йондоҙсоҡтары!
Улар икеһе лә урта мәктәптең тәүге директоры, РФ-ның мәғариф алдынғыһы Зөлфәр Махийәнов исемендәге мәртәбәле премияға лайыҡ булды. Премияның «Рус телен иң яҡшы белеүсе» номинацияһында Камила Сөләймәнова билдәләнде.
РФ-ның мәғариф алдынғыһы Роза Моратова исемендәге премияның «Иң әүҙем китап уҡыусы» номинацияһында Айгүзәл Зекрина бүләкләнде. Тағы ике номинация — «Йәнле классика» конкурсы еңеүселәре Лилиә Сөләймәнова менән Фаяз Ғабдуллинға тапшырылды.
Ете тапҡыр район күләмендәге олимпиада-конкурстарҙа еңеү яулаған Камила Сыңғыҙова билдәле тарихсы, телсе Илдар Исламов исемендәге премияға лайыҡ булды.
Район олимпиадаһы еңеүселәре Ләйсән Варисова менән Гүзәл Мәхмүтованы район Советы депутаты Йәлил Зәйтүнов үҙенең премиялары менән бүләкләне.
Филология фәндәре кандидаты Хәнифә Рәхимова премияһына ғилми-эҙләнеү эше өсөн Салауат Миңлебаев лайыҡ булды.
Быйылғы уҡыу йылында булдырылған яңы премия — РФ-ның мәғариф алдынғыһы Гөлниса Сөләймәнованың яҡты иҫтәлегенә «Иң көслө математик» премияһы менән район олимпиадаһы призеры Гөлсибәр Исҡаҡова бүләкләнде.
Ауыл советы депутаты Марс Сәйетғәлин үҙе булдырған премияны мәҙәниәт өлкәһендәге уңыштары өсөн «Шатлыҡ» бейеү ансамбленең сығарылыш класс уҡыусылары Дилбәр Мөхәмәҙиева, Салауат Миңлебаев һәм Артур Хөсәйеновҡа тапшырҙы. Бөтәһе 14 уҡыусы исемле премия алды.
Артабан мәктәп йондоҙсоҡтары исеменә лайыҡ булған уҡыу алдынғылары — район олимпиадалары, ижади бәйгеләр еңеүселәре Айһылыу Сәйетғәлина, Фирүзә Рамаҙанова, Гөлфиә Хәлилова, Яҙгөл Йосопова тәбрикләнде. Байым урта мәктәбенән алты уҡыусы район башлығы стипендияһына лайыҡ тип табылған.
Розалина Собханғолова менән Динар Ғәлиуллин быйыл беренсе тапҡыр ойошторолған «Ынтылыш» район форумында социаль проекттар конкурсы гранттарын алыуға өлгәште.
Олимпиада призерҙары Инсаф Әғзәмов, Ильяс Бакиров, Алина Өмөтбаева, Гәлсәр Шәғәлина, Руслан Махийәнов һәм башҡалар — белем усағының ғорурлығы. Ғилми эштәр буйынса конкурстарҙа, ижади бәйгеләрҙә ҡатнашып, еңеүҙәр яулаған уҡыусылары байтаҡ. Байым уҡыусыларына уҡыуҙа ғына түгел, спортта, мәҙәниәттә уңыштар юлдаш. Улар барыһы ла ҡыҙыл таҫма тағып, көслө алҡыштар аҫтында шарҙар менән биҙәлгән арка янына теҙелде.
— Сираттағы уҡыу йылын ҙур уңыштар менән тамамлайбыҙ. Иң тәүҙә коллегаларыма рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Үҙҙәренең белемдәрен уҡыусылары менән бүлешеүҙәре, һөнәрҙәренә тоғро булыу-ҙары һәм бар көстәрен һалып эшләүҙәре тик маҡтауға лайыҡ. Балаларының һәләттәрен үҫтерергә тырышҡан, уларҙы яҡшы тәрбиәләгән ата-әсәләргә рәхмәт, — тине Байым урта мәктәбе директоры Зилә Зарипова. — Республика, Рәсәй кимәлендәге конкурстарға әҙерлек мәлендә район мәғариф бүлеге начальнигы Батыр Илһамов етәкселегендәге белгестәрҙең ярҙамын тойҙоҡ. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Ласын Усманов ярыштарға барыуҙы юғары кимәлдә ойошторҙо.
Белем усағының йондоҙсоҡтары киләсәктә лә район, республика данын арттырып, төрлө өлкәләрҙә яҡшы белгестәр, күренекле шәхестәр булыуына иманым камил, тип йомғаҡланы тантаналы линейканы Зилә Шәғәле ҡыҙы. Беҙ ҙә шулай булырына ышанабыҙ!