Һуғыш башланырға бер нисә көн ҡалғас, донъяға килгән малайға бәхетле бала саҡ эләкмәй. Атаһы Ғәбдин ауылының ғына түгел, райондың алдынғы тракторсыһы Мортаҙа тәүгеләр рәтендә фронтҡа юллана. Һуғышҡа оҙатып ҡалған кәләшенә, ата-әсәһенә: «Улыбыҙға Миҙхәт тип исем ҡушығыҙ, уҡытыусы булһын», — тип, бер нисә көнлөк кенә сабыйын ҡосағына алып ярата. Һәм шул китеүенән тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтмай.
Һауынсы булып эшләгән, ауыл Советы депутаты йөгөн тартҡан әсәһе Зәкирәнең бушамағанын күреп, бәләкәй Миҙхәтте олатаһы менән өләсәһе үҙ янына ала. Сос, зирәк егет Туйышта башланғыс белем ала, артабан Байымда ете класс тамамлай. Ташбулатта һигеҙенсене бөтөү менән Миҙхәтте эшкә саҡыралар. 1960 йылда Байым мәктәбендә китапханасы һәм эштәр башҡарыусы булып хеҙмәт юлын башлай. Атаһының васыят итеп әйткән һүҙҙәрен тотопмо, әллә күңел ҡушыуы буйынсамы, ул Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына ситтән тороп уҡырға инә. Бер юлы Яңы Балапан мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта башлай. Тап ошо мәлдә Миҙхәт ғүмерлек йәрен осрата. Ошо уҡ мәктәпкә Белорет педагогия училищеһын тамамлап, йүнәлтмә буйынса эшкә килгән Инйәр ауылы ҡыҙы менән таныша. 1965 йылда йәштәр өйләнешә. Диплом алған Миҙхәт менән Рәйлә Байым мәктәбенә уҡытыусы булып киләләр.
Йәш уҡытыусылар башкөллө эшкә сума. Милли мәктәптәр институтының терәк мәктәбе булараҡ Байымда йыш ҡына башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика семинарҙары, асыҡ дәрестәр уҙғарыла. Иң тәүге булып предмет буйынса кабинет ойоштороусы була М. Мәғәсүмов. Көслө, төплө белемле педа-гогтың тәжрибәһен башҡаларға таратыу өсөн уны фәнни-ғәмәли конферен-цияларҙа сығыш яһарға, лекция уҡырға саҡыралар. «Башҡортостан уҡытыусы-һы» журналы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, ғилми эштәре, дәрес өлгөләре даими баҫыла. Миҙхәт Мортаза улы өс тиҫтә йылдай райондың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһен етәкләй. Республиканың Мәғариф министрлығы янындағы уҡыу-методик советы ағзаһы булараҡ дәрес-лектәр авторҙарына, ғалимдарға, методистарға кәңәштәре менән ярҙам итә. Китап-әсбаптарҙы баҫыр алдынан тикшереүҙә әүҙем ҡатнаша, рецензиялар яҙа. Алдынғы ҡарашлы, төплө фекерле М. Мәғәсүмовты төрлө урындарға, юғары вазифаларға ла эшкә саҡыралар, фән юлынан китергә өгөтләйҙәр. Тик уҡытыусы үҙ һөнәренә, ата-әсәһе һүҙенә тоғро ҡала. Ғилми эшмәкәрлеге уҡытыу сифатына йоғонто яһамай, ҡамасауламай, киреһенсә, төрлө идеялар менән янып ҡайтҡан педагог дәрестәрҙә уларҙы тормошҡа ашыра башлай. Уҡыусыла-рында изге һөнәргә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уята алыуына ғорурлана ул.
— Нисә быуын уҡыусылар сығарһам да, барыһын да хәтерләйем, уларҙың уңыштарына шатланам. Иллеләгән уҡыусым уҡытыусы булып эшләй, күптәре үҙҙәре белем алған мәктәптә, — ти Миҙхәт Мортаза улы. — Уҡытыусы өсөн ошонан да ҙурыраҡ ҡыуаныс юҡтыр.
Мәктәп директоры урынбаҫары, кластан тыш саралар ойоштороусы булараҡ та күңелен һалып, ихлас эшләй. Үҙе лә ер-һыу атамалары менән ҡыҙыҡһынғас, балаларҙы экскурсия-походтарға йыш алып сыға, топонимика менән таныштыра.
Миҙхәт Мортаҙа улы мәктәптә музей булдырыуға ҙур көс һала, ауыл, колхоз тормошона ҡағылышлы материалдар, фотолар, эш ҡорамалдары туплай. Экспо-наттары араһында айырыуса ҡәҙерле булған ҡомартҡылары тураһында сәғәттәр буйына һөйләй ала. Ҡырҡ йылдан ашыу ғүмерен уҡытыуға бағышлаған педагог-тың намыҫлы хеҙмәте лайыҡлы баһалана. СССР-ҙың мәғариф өлкәһендәге юғары наградаһы — Н. Крупская исемендәге премия лауреаты, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы кеүек оло исемдәр йөрөтә.
Һәр саҡ терәк булған ғүмер юлдашы Рәйлә Солтан ҡыҙы менән өс бала үҫтергәндәр. Улар тормошта үҙ урынын тапҡан, ғаилә ҡорған. Өлкән ҡыҙы менән улы ата-әсәһе юлын һайлаған, уҡытыусы һөнәрен үҙ иткәндәр. Кинйә ҡыҙҙары — иҡтисад өлкәһендә белгес.
— Ғүмер йылдарым үкенерлек булманы: ғаиләмдән уңдым, бергә эшләгән коллегаларым, белем биргән уҡыусыларым бөгөн дә хөрмәт күрһәтеп, хәл белешеп тора, — ти Миҙхәт Мәғәсүмов. — Донъя мәшәҡәттәренә ҡарамай, йыл да төрлө урындарға сәйәхәт ҡылдыҡ, ер-һыу күрҙек.
Күптән хаҡлы ялдағы ветеран-уҡытыусылар оло булыуҙарына ҡарамаҫтан мал тота, баҡса үҫтерә.
Ил ағаһы йәшенә еткән Миҙхәт Мәғәсүм улына һаулыҡ, именлек теләйбеҙ.