Мәғариф
21 Июня 2021, 03:45

Онлайн сервистар — абитуриенттар өсөн

Быйыл Рәсәй вуздары уҡырға инергә теләүселәр өсөн онлайн ҡушымталар булдырҙы.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Бөтәһе 500 юғары уҡыу йорто «Вуздарға онлайн инеү» суперсервисына тоташтырылды. Был мөмкинлек «Һанлы иҡтисад» милли проекты аша тормошҡа ашырылды.
Абитуриенттар дәүләт порталы аша теркәлеп, үҙҙәре һайлаған вуздарға тейешле документтарын ебәрә ала. Былтыр был ҡушымтала 54 вуз ғына бар ине, быйыл уларҙың һаны ла, тимәк һайлау мөмкинлеге лә артты.
Ғаризағыҙға ҡушып, аттестат, паспорт һәм башҡа документтарығыҙ күсермәләрен ебәрергә, артабан өҫтәмә һынауҙар ваҡытын күҙәтеп барырға, конкурста үҙегеҙҙең урынығыҙҙы ҡарарға һ.б. мөмкин.
Читайте нас