Мәғариф
22 Июня 2021, 07:00

БДИ-ны 100 балға!

Таһир Кусимов исемендәге гимназияның сығарылыш класс уҡыусыһы Морат Вәлиуллин берҙәм дәүләт һынауында иң юғары һөҙөмтә күрһәтте – ул география фәненән имтиханды 100 балға тапшырҙы. Ҡаҙмаш урта мәктәбенән 96 балл йыйған Заһиҙә Рәжәпова һәм 83 балға өлгәшкән гимназия уҡыусыһы Аида Хайсароваға ла афарин тиергә генә ҡала.

– Быйыл беҙҙең гимназияны 36 уҡыусы тамамлай. Әле география, химия фәндәренән имтихан һөҙөмтәләре билдәле булды. Ете гимназист географиянан БДИ-ны һайланы һәм барыһының да баһалары ҡыуаныслы, – ти гимназия директоры Р. Н. Әхмәтов.
Уҡыусыларҙың уңышы артында, әлбиттә, уҡытыусыларҙың тынғыһыҙ, тырыш хеҙмәте ята. Гимназияның география уҡытыусыһы Э. М. Яхинаның уҡыусыларының БДИ-ла һынатмаҫтарына ышанысы ҙур була. Сөнки улар барыһы ла фәнде яратҡан, ошо арҡала географияға тығыҙ бәйле һөнәр һайларға ҡарар иткән, маҡсатлы рәүештә дәүләт һынауҙарына әҙерләнгән, 9-сы кластан һуң төп дәүләт имтиханын «бишле»гә тапшырған, олимпиадаларҙа уңыш ҡаҙанған.
– География менән 6-сы кластан ҡыҙыҡһынам, ул ваҡытта мин Михайловка урта мәктәбендә уҡый инем. Фәнгә һөйөүҙе башлап уҡытыусым Рафиҡ Абдулхаҡ улы уятты. Ғаилә хәле буйынса Асҡарға күсеп килдек һәм мин 8-се кластан гимназияла белем алдым. Бында йәш уҡытыусы Эльмира Морат ҡыҙы белемемде артабан үҫтереүгә күп көс һалды. Уның менән ер, һыу, картография буйынса төрлө вуз олимпиадаларында ҡатнашып, призлы урындар яуланым, хатта еңеүсе булдым. Барлыҡ уҡытыусыларыма, класс етәксем Р. Ф. Баймырҙинаға ҙур рәхмәт. Уларҙың: «Һин булдыраһың!» – тип әйҙәп ҡанатландырыуҙары, ҡайсаҡ хатта әрләүҙәре арҡаһында гимназияла ныҡлы ударникка әйләндем, тырышлыҡ, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ тигән күркәм сифаттарым үҫте. Һәр ваҡыт БДИ-ны 100 балға тапшырам тип әйтә килдем һәм был ышанысымды аҡлай алдым. Әйткәндәй, иртәнсәктән көн минең өсөн бигүк ыңғай булманы: имтиханға һуңлай яҙҙым, бының өсөн уҡытыусыларҙан шелтәләндем. Эмоциональ көсөргәнеш – тулҡынланыуым ныҡ көслө булды. Шулай ҙа үҙемде ҡулға алып, бөтә иғтибарымды БДИ материалына йүнәлтә алдым. Киләсәктә үҙемде геодезия өлкәһендә белгес итеп күрәм. БДУ-ның география факультетына уҡырға барырға ниәтләйем, – ти шәп егет.
Әйткәндәй, БДИ-ны 100 балға тапшырыу автоматик рәүештә ошо профиль буйынса белем биреүсе юғары уҡыу йорто студенты булып иҫәпләнеү тигән һүҙ. Өҫтәүенә, 100 балсыларға матди дәртләндереүсе премия, юғары стипендия түләү ҙә ҡаралған. Ике баланы яңғыҙ үҫтергән әсәһе Гөлшат Нуретдин ҡыҙы улының ҡаҙанышы өсөн һөйөнөп бөтә алмай. Белем көсө менән алдырған егетебеҙгә иҫтәлекле ваҡиғаларға бай матур студент йылдары теләп ҡалабыҙ. Алда ла Мораттың исенен тик яҡшы яҡтан ғына ишетергә яҙһын!
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас