Мәғариф
23 Июня 2021, 12:40

Экология – һәр кемдең эше

Республика педагогтары һәм уҡыусылары «Экология – һәр кемдең эше» Халыҡ-ара балалар-үҫмерҙәр премияһында ҡатнаша ала. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республика педагогтары һәм уҡыусылары «Экология – һәр кемдең эше» Халыҡ-ара балалар-үҫмерҙәр премияһында ҡатнаша ала.
Проекттың приз фондында – айфондар, айпадтар, ноутбуктар, Ҡара диңгеҙгә ғаилә сәйәхәте һәм башҡа бик күп бүләктәр. Проектта нисек ҡатнашырға? Яҙғыһын тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәт (Росприроднадзор) ойошторған «Экология – һәр кемдең эше» Халыҡ-ара балалар-үҫмерҙәр премияһына Рәсәй һәм донъяның башҡа илдәренән 550-нән ашыу ижади эш ебәрелгән. Премия йәш быуындың экологик мәҙәниәтен һәм аңын арттырыуға, шулай уҡ мәктәп уҡыусыларын тәбиғәтте һаҡлау тәртибенә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән, тип хәбәр итә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы. Республика балалар экология-биология үҙәге директоры Екатерина Кошелева билдәләп үтеүенсә, халыҡ менән эшләү буйынса бындай экопроекттар бар инде, улар эшләй һәм яҡшы һөҙөмтәләр бирә, был ил Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы барлыҡҡа килгән «Экология» милли проектының өҫтөнлөклө йүнәлештәренә тулыһынса тура килә. Проектта ҡатнашыу өсөн 2021 йылдың 1 октябренә тиклем рәсми сайтта ғариза бирергә кәрәк https://экологияделокаждого.рф.
Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас