Мәғариф
25 Июня 2021, 04:30

«Ирәндек»тә көндәр күңелле үтә

Йәйге каникулдар — балалар өсөн иң күңелле осор. Эҫе көндәрҙә рәхәтләнеп һыу инергә, ҡояшта ҡыҙынырға, олатай-өләсәйҙә ҡунаҡ булырға мөмкин. Ә иң шәп, мауыҡтырғыс ял — ул, әлбиттә, «Ирәндек» лагерында.

16 июндә лагерь үҙенең тәүге ял итеүселәре өсөн ишектәрен асты. 6 июлгәсә дауам итәсәк сменала 200 бала сәләмәтлектәрен нығытып, көндәрен онотолмаҫлыҡ итеп уҙғарасаҡ. Ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн ниндәй тематик көндәр, ижади конкурс-ярыштар ойоштороласағы тураһында «Ирәндек» лагеры директорының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Айгөл Шөғүрова бәйән итте.
— Һәр көндө йөкмәткеле, иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрәсәкбеҙ. Мәҫәлән, иң тәүҙә милли батыры-быҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә арнап шиғриәт кисәһе уҙғарҙыҡ. Быйыл беренсе тапҡыр «Ырыуҙар йыйыны» байрамы ойошторорға ниәтләйбеҙ, ул балаларҙы башҡорт халҡының үткәне, йолалары менән таныштырыу йәһәтенән әһәмиәтле буласаҡ, — тип һөйләне Айгөл Рәфҡәт ҡыҙы. — Ҡыҙ-малайҙарҙың йыр-бейеүгә һәләттәрен асыҡлау маҡсатында «Ирәндек» таланттар эҙләй», «Гәлсәр һандуғас» конкурстарын, белемдәрен, отҡорлоҡтарын һынау өсөн «Алтын тирмә» «Мөғжизәләр яланы» уйындарын планлаштыр-ғанбыҙ. Әкиәт һөйләү, рәсем төшөрөү, стенгазета әҙерләү кеүек ижади конкурстар ҙа балаларға бик оҡшай.
— Ял итеүселәрҙең сәләмәт-леге хаҡында ниндәй хәстәрлек күрелә? Коронавирус инфекция-һынан һаҡланыу саралары күҙәтеләме?
— Пандемия лагерь эшенә үҙ талаптарын индерҙе. Быйыл бала-ларға лагерҙан ситкә сығыу, төрлө экскурсиялар тыйылған, ата-әсәләр өсөн «Асыҡ ишектәр» көнө уҙғара алмаясаҡбыҙ, — тине А. Шөғүрова.
Ял итеүселәрҙең һаулыҡ торошон медик Луиза Әмирова даими тикшерә, балаларға һәм хеҙмәт-кәрҙәргә көнөнә ике тапҡыр термометрия яһала. Корпустарҙа һауаны таҙартыу ҡоролмалары ҡуйылған, башҡа хәүефһеҙлек саралары үтәлә.
— Бындай сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, ҡыҙҙар һәм малайҙарға лагерҙа оҡшар тип ышанабыҙ. Сибайҙың «Сулпан» театры һәм филармонияһы артистары тамаша ҡуясаҡ, «Етегән» һәм «Һеңлекәш» фильмдарын ҡарау, улар буйынса фекер алышыу ҡаралған. Төрлө күргәҙмәләр ҡыҙыҡлы буласаҡ. Бынан тыш, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы, хәрби комиссариат, янғын һүндереү часы, дауахана хеҙмәткәрҙәре балалар менән осрашыуға киләсәк, — ти Айгөл Рәфҡәт ҡыҙы.
Лагерҙа дүрт спортсы Стәрлетамаҡ ҡалаһында июнь аҙағында уҙасаҡ «Хеҙмәткә һәм обороноға әҙерлек» Бөтә Рәсәй физкультура комплексы финалына әҙерлек алып бара. Улар менән тренерҙары Камил Фәтхуллин күнекмәләр үткәрә.
Йылдағыса «Ирәндек»тә туҡланыу яҡшы ойошторолған. Көнөнә биш тапҡыр ашаталар. Саф һауала йөрөп, төрлө уйын-ярыштарҙан һуң асыҡҡан ҡыҙҙар-малайҙарға ашнаҡсылар әҙерләгән тел йоторлоҡ тәмле аш-һыу бик оҡшай.
Балалар менән эшләүсе вожатыйҙар, тәрбиәселәр ҙур һынау аша һайлап алынған, ныҡлы әҙерлек үткән. Креатив, фантазиялы йәштәр һәр көндө ҡабатланмаҫ итеү өсөн үҙ отрядтарында ҡыҙыҡлы уйындар, флешмобтар, квестар уҙғара, балалар өсөн яуаплылыҡ тойоп эшләй. «Ирәндек»тәге ял, ысынлап та, йәйҙең матур хәтирәһе булып иҫтә ҡалыр.
Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас