Республиканың «Аврора» таланттар үҫтереү үҙәге ойошторған «Аврора-Арт» профилле сменаһында Асҡар балалар сәнғәт мәктәбенең ҡылҡумыҙ, думбыра кластары тәрбиәләнеүселәре Ләйлә Шәйәхмәтова, Нурия Ғарипова, Нәйлә Мәсәлимова, Алтынай Ғибәҙәтова, Алина һәм Гөлсөм Йосоповалар ял итә һәм бер юлы ижади һәләттәрен үҫтерә.
Унда «Аврора. Сlassical and folk time music» республика конкурсы еңеүселәре булған төрлө район-ҡалаларҙан 55 һәләтле бала саҡырылған. Смена 14 июндә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия базаһында асылған. Балалар бында ял итеүҙән тыш, тынлы, һуҡма, халыҡ, ҡыллы инструменттар, фортепиано, вокал йүнәлештәре буйынса дәрестәрҙә ижади һәләттәрен камиллаштыра. Оҫталыҡ дәрестәрен гимназияның һәм З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының алдынғы уҡытыусылары бирә. Күренекле театр артистары актер оҫталығына, сәхнә телмәренә өйрәтә.