Мәғариф
28 Июня 2021, 03:30

Колледждарҙа йәйге сессия яңы форматта үтә

Урта һөнәри белем нигеҙҙәрен нығытыу — «Мәғариф» милли проектының мөһим йүнәлештәренең береһе.#национальныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Быйыл эшсе һөнәрҙәрҙең баһаһын күтәреү маҡсатында һөнәрселек училищелары һәм колледждарҙа сығарылыш имтихандарын күрһәтмә рәүештә уҙғаралар. Был алымдың маҡсаты — колледж тамамлаусы белгестең бөгөндән үк производствола эшләргә әҙер булыуын күрһәтеү.
Имтихан барышында кисәге студенттар өсөн махсус йөкләмәләр ҡуйыла: әгәр һин сантехник икән — йорт эсенә торбалар һалып, һыу үткәреп күрһәтергә тейешһең, әгәр сәс ҡырҡыусыға уҡығанһың икән — ошонда уҡ прическа яһау оҫталығыңды баһалаясаҡтар. Бөтә һынауҙар 100 балл шкалаһында баһа ала, әйткәндәй имтихан ҡабул итеүсе уҡытыусылар араһында предприятиелар вәкилдәре лә була. Йәғни, һынауҙы уңышлы үткән йәш белегстәр ошонда уҡ буласаҡ эш биреүсеһе менән килешеү төҙөй ала.
Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас