Мәғариф
29 Июня 2021, 04:35

100 мең һум стипендия?

Башҡортостан вуздарына уҡырға ингән БДИ-ла 100 балл йыйыусыларға матди дәртләндереү саралары булдырыласаҡ.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республикала берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре 8 июлдә билдәле була. Бөгөнгә Башҡортостанда дүрт уҡыусы ике һәм унан күберәк фәндәрҙән 100 балл алған, 89-ы йөҙ балға яҙған, тип хәбәр итә республика мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлитбирҙин хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров министрлыҡҡа йөҙ балл алғандар республиканың юғары уҡыу йорттарына ингән осраҡта, уларҙы дәртләндереү мәсьәләһен ҡарарға ҡушты.
«Һәләтле йәштәрҙе үҙебеҙҙә ҡалдырырға теләр инек, — тине республика етәксеһе. – Матди дәртләндереү системаһын уйлағыҙ. Бының 100 мең һумдан башлап өҫтәмә йыллыҡ гранттар булыуы мөмкин. Аҡсаны иҫәпләрбеҙ, бәлки, күберәк бирербеҙ».
#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Автор:Рахима Мусина
Читайте нас