Йәш экологтарҙың һәм мәктәп урман хужалыҡтары ағзаларының XXVIII Республика слет-конкурсы үтте. Был сараны Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Республика балалар экология-биология үҙәге ойоштора.
Слет-конкурс ике этапта үткәрелде. Тәүгеһендә, дистанциялы алымда, командалар үҙҙәре менән таныштырҙы. Артабан экологтар командаһы – экология буйынса дөйөм һорауҙарға, мәктәп урман хужалығы ағзалары урмандарҙы һаҡлау буйынса онлайн-әңгәмәләшеү үтте.
Аҙна аҙағында өс көн дауамында Өфө районының “Локомотив” балалар һауыҡтырыу үҙәге базаһында слеттың офлайн этабы уҙҙы. Был юлы йәш экологтар ғәмәли белемдәрен күрһәтте, шулай уҡ уларға төрлө күнекмәләр, ялан экологик тикшеренеүҙәре ойошторолдо.
Сарала республиканан 17 команда ҡатнашты. Уларға һайлап алыу турын уңышлы үткән 100 бала инде.
Бындай саралар ил Президенты Владимир Путиндың “Экология” милли проекты ҡуйған бурыстарға тулыһынса яуап бирә.
“Башҡортостан” гәзите сайтынан