— Ашнаҡсыбыҙ Ләлә Ғатауллинанан уңдыҡ. Ҡулдары алтын, аш-һыуҙы төрләндереп бешерә, эшенә бик яуаплы ҡарай. Әйткәндәй, быйыл мәктәптә ашнаҡсы булыуына 25 йыл тулды, — тине Зилә Шәғәле ҡыҙы.
— Кәстрүлдәрем һәйбәт, шуға тәмле килеп сыға, — тип баҫалҡы ғына йылмая Ләлә апай.
Магнитогорск ҡалаһының 90-сы училищеһында һөнәр алғас, 54-се мәктәптә, унан «Ҡараташ» лагерында эшләй. Кейәүгә сыҡҡас, Байымда төплә-нәләр. Шул саҡта мәктәпкә ашнаҡсы итеп эшкә саҡыралар һәм бына сирек быуат буйы ул көн оҙоно плитә янынан китмәй.
Мәктәптә ашнаҡсы булыу еңел түгел. Һуңғы ваҡытта балаларҙың сифатлы туҡланы-уына дәүләт кимәлендә айырым иғтибар бүленә: нормативтар билдәләнде, белем биреү учреждениелары ашханаларындағы блюдоларҙың сифатына контроль һәм ҡаты яуаплылыҡ булдырылды. Мәктәптә туҡланыу һәр йәһәттән дөрөҫ, калориялы, витаминдарға бай, беренселәргә лә, өлкән кластағыларға ла тура килгәндәй булырға тейеш. Уҙған уҡыу йылынан Байым мәктәбендә «Ата-әсәләр контроле» әүҙем эшләй. Һәр аҙнаның бер көнөндә улар мәктәп ашханаһына килә һәм менюлағы аш-һыуҙы тәмләп, дегустация үткәрә.
«Ата-әсәләр контроле» рәйесе Земфира Үтәбаева әйте-үенсә, әлегәсә ашнаҡсылар эшенән етешһеҙлектәр табылмаған.
— Һәр бала үҙенсә бит. Мәҫәлән, минең малайым мәктәптә рәхәтләнеп ашай, туйып ҡайта, ә ҡыҙым киреһенсә ашамай, өйҙә лә һайлана. Башҡа ата-әсәләр ҙә тикшергән ваҡытта ризыҡтың тәменә зарланманы, порциялар ҙа тейешле ауырлыҡта, — тине Земфира.
Тағы бер әсәй, Әлфинә Мөрсәлимова аштары һәр ваҡыт йылы, өҫтәп һалып та бирәләр, икмәкте лә кем күпме теләй, шунса ала тип маҡтаны. Аш-наҡсы хатта ҡайһы баланың нисек ашағанына тиклем белеп бөткән, кемгә майһыҙ бутҡа, кемгә мулыраҡ, соус кәрәкме-юҡмы тигәндәй. Юлиә Варисова ашханала һәр саҡ таҙа, тәртип булыуы хаҡында әйтеп, хеҙмәт-кәрҙәрҙең уңғанлығын, бөхтәлеген билдәләне.
Ләлә Вәлит ҡыҙы меню ун көнгә алдан, бөтә республиканың мәктәптәренә бер иш итеп бирелеүе хаҡында һөйләне. Ашнаҡсылар ошо менюға ярашлы итеп әҙерләргә тейеш. Яҙғыһын уҡыусылар өҫтәлендә күберәк салаттар, һөт ризыҡтары, емеш, сыр булһа, ҡышҡы менюла итле ризыҡтар, аш, емеш-еләк өҫтөнлөк итә. СанПин талаптары ла көндән-көн үҙгәреп тора. Ашнаҡсыларға документация эше менән оҙаҡ ултырырға тура килә икән.
Байым мәктәбе ашханаһында 212 уҡыусы һәм мәктәпкәсә йәштәге төркөмдән 25 бала туҡлана. Ашнаҡсы Ләлә Ғатауллина үҙенең ярҙамсылары — Әминә Махийәнова менән Гүзәл Әминева менән тәнәфес етеү менән йүгереп килгән балаларға тел йоторлоҡ ашмы, бутҡамы өлгөртөп, сәйҙәрҙе әҙерләп ҡуя.
— Эшем оҡшай, балалар рәхәтләнеп ашаһа, рәхмәт әйтеп сыҡһа, күңел үҫеп китә, — ти Ләлә апай.
Оҫта ҡуллы ашнаҡсы ғаилә тормошонан да уңған. Иптәше Инфат Хатип улы «Абзелилспецкомобслуживание» ойошмаһында водитель булып эшләй. Ҡыҙҙары Айгөл аграр университетты тамамлаһа, улдары Илнар нефть-техник университетынында уҡый. Өйҙәгеләрен дә тәмле аштары менән ҡыуандырырға ярата Ләлә апай. Яратҡан эш ялҡытмай тиеүҙәре хаҡтыр.