Мәғариф
12 Июля 2021, 06:35

Ҡабул итеү кампанияһы-2021

Вузға инеү тураһында ҡайҙан белергә, исемлектәр ҡайһы сайтта буласаҡ? Ятаҡҡа нисек урынлашырға? Студенттарға университетта вакцина яһаясаҡтармы? Быйыл дистанциялы уҡыу буласаҡмы?Һорауҙарҙы сайттағы ссылка буйынса бирергә мөмкин. Бөгөн тура эфирҙа һеҙгә яуап ҡайтарасаҡтар

Башҡортостанда ҡабул итеү кампанияһы: тура эфир

Әлеге ваҡытта республикала ҡыҙыу мәл башланды. Мәктәптәрҙә Берҙәм дәүләт имтихандары тамам, сығарылыш класс уҡыусылары өсөн иң мөһим ваҡыт - юғары уҡыу йорттарына документ тапшыралар. Вузға инеү тураһында ҡайҙан белергә, исемлектәр ҡайһы сайтта буласаҡ? Ятаҡҡа нисек урынлашырға? Студенттарға университетта вакцина яһаясаҡтармы? Быйыл дистанциялы уҡыу буласаҡмы?
Ошо һәм башҡа һорауҙарға Башҡортостан юлдаш телевидениеһы студияһында республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин һәм юғары уҡыу йорттары етәкселәре яуап ҡайтарасаҡ.
Һорауҙарҙы ошо ссылка буйынса бирергә мөмкин: https://vk.com/wall-27097047_258801
Тура эфирҙа һеҙгә яуап ҡайтарасаҡтар.
Башлана: 12 июлдә 18.30 сәғәттә
БЮТ каналында һәм социаль селтәрҙәрҙә ҡарағыҙ: https://vk.com/wall-27097047_258801
Автор:Динара Сафиуллина
Читайте нас