Башланғыс кластарҙа "Математика" һәм "Тирә-яҡ донъя" дәрестәрендә, ә 5-9 класс уҡыусылары – "Йәмғиәт белеме", "Математика" һәм "География" дәрестәрендә финанс грамотаһына өйрәнәсәктәр.
Башҡортостан Үҙәк Банкы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, мәктәп уҡыусылары интернетта хәүефһеҙлек күнекмәләре, шул иҫәптән финанс операциялары менән танышасаҡ. Уларҙы керемдәрҙе һәм сығымдарҙы анализларға өйрәтәсәктәр. Яңы белем биреү стандарттары буйынса уҡыу-уҡытыу 2022 йылдың 1 сентябренән башлана, әммә ата-әсәләр менән килешеп, 2021 йылда уҡ мөмкин мөмкин буласаҡ. Был "Мәғариф" дөйөм дәүләт проектының таланттарҙы үҫтереү һәм үҙ-үҙҙәрен күрһәтеү мөмкинлеген үҫтереүгә йүнәлтелгән.