Шуның ике миллиард һумын Башҡортостан аласаҡ. Был ярҙам, “Мәғариф” милли проектына ингән “Мәғарифты үҫтереү” программаһы буйынса бүленә. Ул өс йылға иҫәпләнгән. Шундай ҡарарға ҡул ҡуйып, “ Уҡыусы балаларға заманса уҡыу йорттары, спорт залдары кәрәк. Унда белем алыуға һәм үҫеүгә барлыҡ шарттар булһын”, - тине, Рәсәй Хөкүмәте Премьер- министры Михаил Мишустин. Республика 2024 йылдан 2030 йылға тиклем “Мәғарифты үҫтереү” программаһына ярашлы тағы 320 миллион һум аласаҡ.