Былтыр «Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте» Юнармияға киберспорт буйынса илдә беренсе мәктәп турниры уҙғарырға тәҡдим иткәйне. Уға тиклем ошондай турнирҙар булдырыу тураһында тәҡдим менән 1 сентябрҙә асыҡ онлайн-дәрестә Рәсәй президенты Владимир Путинға Мәскәүҙән активист Алексей Микушин мөрәжәғәт иткәйне. Хөкүмәт башлығы был башланғысты хупланы.
Ошо көндәрҙә Рәсәй Хөкүмәте бер нисә юғары уҡыу йортона киберспорт буйынса дәрестәр индерергә тәҡдим итте.
Рәсәй вуздарында эшләп килгән белем биреү программалары киберспорт фәндәре менән тулыландырыласаҡ. Бынан тыш, 2022 йылдың декабренә компьютер уйындары, кинофильмдар һәм башҡа контент булдырыуҙа технологиялар ҡулланыуға әҙерлек буйынса курстар индереләсәк.
Проект инициаторы булып «Ростелеком» сығыш яһаған.