Мәғариф
2 Августа 2021, 12:23

«Мәғариф» милли проектын тормошҡа ашырыу дауам итә

"Хәҙерге мәктәп" федераль проекты һәм "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһының бер нисә балалар баҡсаһы грант алды.  #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

«Мәғариф» милли проектын тормошҡа ашырыу дауам итә«Мәғариф» милли проектын тормошҡа ашырыу дауам итә
«Мәғариф» милли проектын тормошҡа ашырыу дауам итә

"Хәҙерге мәктәп" федераль проекты һәм "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһының бер нисә балалар баҡсаһы грант алды. 

Стәрлетамаҡта «Мәғариф» милли проектын тормошҡа ашырыу дауам итә.

Был грант субсидия рәүешендә 87 һәм 93 балалар баҡсаларының консультацион үҙәгенә йүнәлтелде. 
Билдәле булыуынса, балалар барыһы ла мәктәпкәсә белем-тәрбиә алырға тейеш. Ләкин билдәле сәбәптәр арҡаһында (бала йыш ауырый, финанс көрсөгө, ғаилә хәлдәре, пандемия осоро һ.б.) өйҙә ултырыусы балалар һаны көндән-көн арта бара. Ошо хәлгә ҡалған балалар өсөн, уларҙы тәрбиәләүсе ата - әсәләргә (законлы вәкилдәргә) баланы дөрөҫ тәрбиәләүҙә, килеп тыуған һорауҙарға яуап табырға ярҙам итеү – консультацион үҙәктең төп бурысы.
Консультацион үҙәктә уҡытыусы-логопед, дефектолог, психолог, тәрбиәсе, социаль педагог, невролог, психиатрҙар эшләй. Улар балаларға һәм ата-әсәләргә диагностик, методик һәм консультацион ярҙамды күрһәтә.

Автор:
Читайте нас