Мәғариф
5 Августа 2021, 04:18

Мәктәптәрҙе ремонтлау программаһына үҙгәрештәр индерелде

Рәсәй президенты Владимир Путин яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса кәңәшмәлә, 2022 йылда 700 мәктәп ремонтланырға тейешлеген аҙ тип билдәләп, мең ярымға еткерергә ҡушҡайны.  #ВладимирПутин

Рәсәй президенты Владимир Путин яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса кәңәшмәлә, 2022 йылда 700 мәктәп ремонтланырға тейешлеген аҙ тип билдәләп, мең ярымға еткерергә ҡушҡайны.

Мәғариф министры Сергей Кравцов белдереүенсә, ил буйынса ҡабул ителгән  “Мәктәптәрҙе ремонтлау” программаһына үҙгәрештәр индерелгән, 2022 йылдан башлап йыл һайын мең ярымға тиклем мәктәп ремотланасаҡ. Программа биш йылға иҫәпләнгән, ошо ваҡыт эсендә ил буйынса талап ителгән 7211 мәктәптә ремонт үтәсәк. Иң күп ремонтланырға тейешле мәктәптәр Төнъяҡ Кавказ һәм Алыҫ Көнсығыш федераль округтарына тура килә. Бынан алда В.Путин Рәсәй мәктәптәренең ун процентына  капиталь ремонт талап ителеүен, бер проценты авария хәлендә булыуын билдәләгәйне.

Мәктәптәрҙе ремонтлау программаһына үҙгәрештәр индерелде
Мәктәптәрҙе ремонтлау программаһына үҙгәрештәр индерелде
Автор:Вил Илһамов
Читайте нас