Мәғариф
10 Августа 2021, 06:39

Берҙәм форма буласаҡ

«Мәғариф» милли проекты сиктәрендә республика мәктәптәренең күпселеге уҡыусылар өсөн берҙәм форма булдырыуҙы ҡабул итте.

«Мәғариф» милли проекты сиктәрендә республика мәктәптәренең күпселеге уҡыусылар өсөн берҙәм форма булдырыуҙы ҡабул итте.

Уның ниндәйен һатып алыуҙы һәр белем биреү учреждениеһы үҙе хәл итә. Ҡыҙҙар өсөн ул сарафан йәки юбка менән пиджак, малайҙар өсөн ғәҙәти костюм булырға мөмкин.
Ошо көндәрҙә Таһир Кусимов исемендәге гимназияла мәктәп формаһы йәрминкәһе үтте. Унда Өфөнән «Оptri» һәм Салауат ҡалаһынан «Кристина» тегеү фабрикалары үҙҙәренең продукцияһын тәҡдим итте.
Йәрминкәлә беренсенән алып ун беренсе класс уҡыусыларына тиклем формалар һатыуға ҡуйылғайны. Өфө фабрикаһы бынан тыш, водолазка, блузка, малайҙарға күлдәктәр, галстук-бантиктарҙы, шулай уҡ портфелдәрҙе лә һайлап алыу мөмкинлеге булды. Етештереүселәр билдәләүенсә, кейемдәрҙең сифаты бөтә гигиеник талаптарға яуап бирә. Формалар таушалмай торған туҡыманан тегелгән һәм йыуғанда ла тиҙ туҙып бармай. Хаҡтары размерҙарына ҡарап төрлөсә билдәләнгән. Бер комплект яҡынса дүрт мең тирәһенә барып төшә. Ҡайһы бер мәктәптәр махсус формаларҙы заказ биреп тектереп тә ала икән.
Ата-әсәләргә лә балаларына берҙәм форма кейҙереү оҡшай.
— Бындай формаларҙың уңайлы, сифатлы булыуы яҡшы. Мәктәптәрҙә шулай килешле кейенеп йөрөгән уҡыусыларҙы күреп күңел шатлана, — ти улар.
Теген фабрикалары вәкилдәре үҙҙәренең продукцияһына ихтыяж булһа, тағы һатыу итергә килергә әҙербеҙ, тип белдерҙе.
Нурзилә БАЙГИЛДИНА.

Автор:
Читайте нас