Быйыл педагогик форум “Информация заманында балаларҙы һәм йәштәрҙе тәрбиәләү һәм социалләштереү” темаһы аҫтында үтә. Кәңәшмә сиктәрендә Youtube-каналында онлайн режимда 12 дискуссия майҙансыҡтары планлаштырылған, уларҙа мәктәпкәсә учреждениеларҙа тәрбиә эше, һанлы белем биреү шарттарында тәрбиәләү һәм социалләштереү, урта һөнәри белем биреү системаһында тәрбиә эше, профориентацион эш һәм башҡа күп кенә мәсьәләләр ҡараласаҡ. Был мәсьәләләрҙе тикшереүҙә үҙидаралыҡ органдары етәкселәре, белгестәре, муниципаль методик хеҙмәттәр етәкселәре һәм методистары, мәктәптәр директорҙары һәм уларҙың урынбаҫарҙары ҡатнашасаҡ.
13 августа “Торатау” Конгресс-холында үтәснәк пленар өлөштә башҡарма властың федераль һәм рсепублика органдары вәкилдәре, муниципаль берәмектәр башлыҡтарының урынбаҫарҙары, республиканың мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы белем биреү учреждениелары етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм башҡаларҙың ҡатнашыуы көтөлә.
Фотолар “Осҡон” гәзите архивынан.