Мәғариф
12 Августа 2021, 12:04

Программа оҙайтыла

Башҡортостанда “Мәғариф” милли проектына ярашлы эшләп килгән  “Ауыл уҡытыусыһы”  программаһы 2020 йылда башланып  2022 йылға тиклем иҫәпләнгән.  #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда “Мәғариф” милли проектына ярашлы эшләп килгән  “Ауыл уҡытыусыһы”  программаһы 2020 йылда башланып  2022 йылға тиклем иҫәпләнгән.

    Был программала  ауыл еренә, ҡала тибындағы ҡасабаға  йәки 50 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаға эшкә күскән, биш йыл дауамында эшләргә риза булған,   илле биштән үтмәгән  уҡытыусылар  ҡатнаша ала.  Программала ҡатнашыусыларға  бер миллион һум аҡса түләнә. Ошо көндәрҙә республикала был программаны 2023 йылға тиклем оҙайтыу хаҡында ҡарар ҡабул ителде.

Автор:Вил Илһамов
Читайте нас