

Бөгөн республиканың 41 мәктәбенә өр-яңы автобустар тапшырылды. Был исемлектә Михайловка мәктәбенең дә булыуы уғата ҡыуаныслы.
Быйыл автобустарҙы яңыртыу программаһына республика ҡаҙнаһынан 106 миллион һум аҡса бүленгән, тағы ла 142 миллион федераль бюджет биргән.
Октябрь айында тағы 120 мәктәп автобусы килеүе көтөлә.
“Мәғариф учреждениеларының автопаркын яңыртыу артабан да дауам ителәсәк, тип яҙып сыҡты үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә республика башлығы Радий Хәбиров.