Мәғариф
17 Августа 2021, 10:30

Яңы уҡыу йылына әҙерлек

Балаларҙың йәйге ялы аҙағына яҡынлаша. Йылдағыса уҡыу башланыр алдынан махсус комиссия район мәктәптәренең һәм балалар баҡсаларының уҡыусыларҙы һәм кескәйҙәрҙе ҡабул итеүгә әҙерлектәрен тикшерҙе.

Яңы уҡыу йылына әҙерлекЯңы уҡыу йылына әҙерлек
Яңы уҡыу йылына әҙерлек

Балаларҙың йәйге ялы аҙағына яҡынлаша. Йылдағыса уҡыу башланыр алдынан махсус комиссия район мәктәптәренең һәм балалар баҡсаларының уҡыусыларҙы һәм кескәйҙәрҙе ҡабул итеүгә әҙерлектәрен тикшерҙе.

6-13 августа район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Г. Ә. Рәхимова етәкселегендәге комиссия белем усаҡтарының яңы уҡыу йылына әҙерлеге менән танышты. Комиссия составында балалар баҡсалары эшмәкәрлеге буйынса методист Зөлфиә Әһлиева, хужалыҡ эштәре урынбаҫары Данир Сәлимйәнов, мәғлүмәт методик үҙәк методистары Әсмә Фәттәхова, Азат Мортазин, Илнур Илһамов һәм ЮХХДИ инспекторҙары ҡатнашты.
Һәр мәктәп, балалар баҡсаһы комиссияны күҙ яуын алырҙай шау сәскәгә күмелеп ҡаршы алды. Быйылғы йәй ямғырҙар аҙ булыуға ҡарамаҫтан, белем учреждениелары бай, мул баҡсалар үҫтерә алған. Мәҫәлән, Таҡһыр ауылында быйыл йәй һыу булмаған. Шулай ҙа, башланғыс мәктәптә лә, балалар баҡсаһында ла аллы-гөллө сәскәләр күҙҙең яуын алып ултыра, йәшелсәләр өлгөрә. Т. Кусимов гимназияһы, 1-се Асҡар, Дәүләт, Йәлембәт, Михайловка, Йәнгел, Таштуй, Таштимер мәктәптәре ихаталары ла шау сәскә, йәшелсә-емештәре мул уңыштары менән ҡыуандыра. Ҡайһы бер мәктәп коллективтары йәшелсә-емеш һатып, аҡса ла эшләгән.
Бөтә мәктәптәр, балалар баҡсалары биналарында стеналарҙы, иҙәндәрҙе буяу, түшәмдәрҙе ағартыу кеүек косметик ремонт башҡарылған. Таштимерҙәр үҙ көстәре менән мәктәп ашханаһын ремонтлаған. Кабинеттарҙың тәҙрәләре яңыртылған. Красная Башкирия мәктәбе ашханаһында ла ремонт бара, әммә уны уҡыу башланыуға өлгөртөр өсөн өҫтәмә сығымдар талап ителә. Асҡарҙағы «Тирмәкәй» балалар баҡсаһының да тәҙрәләре заманаға алмаштырылған. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларының күбеһендә йомшаҡ мебелдәре яңыртылған, яҡты, йәмле, бүлмәләр заманса йыһазландырылған, уйынсыҡтар, кәрәкле уҡытыу-методик материалдары алынған. Балаларға ҡыҙыҡлы булған тематик уйын мөйөштәре булдырылған. Ә уйынсыҡтарҙың ниндәйе генә юҡ! Белем усаҡтарының юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырылыуы уҡыусылар өсөн уңайлы. Төрлө программалар ярҙамында уҡытыу ҡорамалдары, спорт залдары өсөн инвентарҙар алынған. «Үҫеү нөктәләре» лә уңышлы эшләп килә. Балаларға тырышып уҡырға ғына ҡала.
Комиссия мәктәптәрҙә һәр уҡыу кабинетын, балалар баҡсаларындағы һәр бүлмәне ентекләп ҡараны. Уларҙың эске биҙәлешен, парта-ултырғыстарҙың, шкафтарҙың төҙөклөгөн дә күҙ уңынан үткәрҙе. Төп иғтибар балалар именлеген һаҡлауға бирелә. Полиция хеҙмәткәрҙәре мәктәпкә илткән юлдарҙың хәүефһеҙлеген тикшерҙе. Мәғариф учреждениеларының янғын хәүефһеҙлеге — мөһим талаптарҙың береһе. Шуға күрә, ошо йүнәлештә ҡағиҙәләрҙе һәм нормаларҙы үтәлешенә, янғын сигнализацияларының, хәбәр итеү, видеокүҙәтеү системаларының төҙөклөгөнә, эвакуациялау юлдарының ҡаршылыҡтарһыҙ булыуына төп иғтибар бүленде. Пандемияға ҡаршы бөтә төр һаҡланыу сараларының да үтәлеше ҡаралды. Уҡыу башланғанға тиклем хеҙмәткәрҙәрҙең барыһына ла коронавирусҡа ҡаршы вакцинация эшләтергә тигән талаптар ҡуйылды.
Айырым етешһеҙлектәргә килгәндә, ҡайһы бер белем биреү учреждениеларына иҫкәрмәләр яһалды. Яңауыл, Ҡушый башланғыс мәктәптәренең, Красная Башкирияның «Теремок», «Малыш» балалар баҡсалары биләмәләренең кәртәләрен яңыртыу талап ителә. Таштуй мәктәбенә актовый зал өсөн йомшаҡ ултырғыстар алыу, спорт залының запас сығыу урынында ишек алмаштырыу бурысы ҡуйылды. Күпселек балалар баҡсаларына аш-һыу әҙерләү блогын ремонтларға йәки ҡорамалдарын яңынан алырға кәрәк. Михайловка, Әбйәлил, Красная Башкирия белем биреү учреждениеларында балалар һаны йыл да арта барғас, кабинеттарҙа парта, ултырғыстар етешмәй. Был проблемалар киләсәктә хәл ителер, моғайын.
Ғөмүмән, белем биреү учреждениелары санитар һәм янғын хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирә. Етәкселәре ышандырыуынса тикшереү барышында асыҡланған етешһеҙлектәр яңы уҡыу йылы башланғанға тиклем бөтөрөләсәк. Улар шулай уҡ үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе асып һалды. Район мәктәптәрендә математика, информатика, физика, химия, сит телдәр уҡытыусыларына, балалар баҡсаларында тәрбиәсе, психологтарға ихтыяж бар.
Нурзилә БАЙГИЛДИНА.

Яңы уҡыу йылына әҙерлек
Яңы уҡыу йылына әҙерлек
Автор:
Читайте нас