Мәғариф
20 Августа 2021, 09:17

Уҡытыусылар талап ителә

Быйылғы уҡыу йылына район мәктәптәренә математика, физика һәм химия уҡытыусылары талап ителә. Ошоно күҙ уңында тотоп, район мәғариф бүлеге вакансиялар йәрминкәһе үткәрҙе.

Быйылғы уҡыу йылына район мәктәптәренә математика, физика һәм химия уҡытыусылары талап ителә. Ошоно күҙ уңында тотоп, район мәғариф бүлеге вакансиялар йәрминкәһе үткәрҙе.

Райондың алты мәктәбенә математиктар кәрәк, химик-биологтар ҙа талап ителгән белем усаҡтары бар.
Әлбиттә, мәғариф бүлеге сайтында мәғлүмәттәр базаһы булдырылған, унда мәғариф өлкәһендә эш эҙләгәндәрҙең резюмеһе индерелеп бара. Сайттағы мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, күберәге башланғыс кластар уҡытыусылары, педагог-психологтар, мәктәпкәсә учреждениелар тәрбиәселәре, филологтар, тарих фәне уҡытыусылары эш эҙләй.
Был көндө вакансиялар йәрминкәһенә килгән бер нисә педагог эш урыны тапты. Атап әйткәндә, 1 сентябрҙән физика-математика уҡытыусыһы Филиә Фәхрисламова Ташбулат мәктәбендә эш башлаясаҡ. Ҡаҙмашҡа биология-химия уҡытыусыһы булып Әлфинә Ғәлимйәнова бара. Альбина Хәсәнова Аһылай мәктәбендә башланғыс кластарҙа белем бирәсәк. Рамил Низамов Михайловка мәктәбе уҡыусыларын тарихтан уҡытасаҡ.
Һуңғы йылдарҙа райондың мәғариф учреждениеларында уҡытыусылар етешмәүе сәбәпле, мәғариф бүлеге начальнигы Батыр Илһамов мәктәптәр директорҙарына сығарылыш класы уҡыусылары араһында профориентация эшен әүҙем алып барырға тәҡдим итте. Быйыл Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына уҡырға инеү өсөн район мәктәптәрен тамамлаған алты уҡыусыға маҡсатлы йүнәлтмә бирелгән.
— Киләһе йылға педагогик юғары уҡыу йорттарына мәктәптәр мохтажлыҡ кисергән фәндәр буйынса үҙебеҙҙең уҡыусыларҙы уҡытырға ебәреү мөмкинлеге бар. Диплом алғас, районға эшкә ҡайтырҙай егеттәр һәм ҡыҙҙарға йүнәлтмә буйынса уҡырға тәҡдим итегеҙ, — тип мөрәжәғәт итте белем биреү учреждениелары етәкселәренә Батыр Харис улы. — Киләсәктә мәктәптәрҙе йәш, талантлы уҡытыусылар менән комплектлау мөһим.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас