Мәғариф
21 Августа 2021, 03:15

Һәр мәктәптә лә шулай булһын ине

 Ауыл мәктәптәрендә алдынғы технологияларға нигеҙләнгән үҙәктәрҙең барлыҡҡа килеүе белем биреүҙе яңы кимәлгә күтәрә   #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан 

 Ауыл мәктәптәрендә алдынғы технологияларға нигеҙләнгән үҙәктәрҙең барлыҡҡа килеүе белем биреүҙе яңы кимәлгә күтәрә  

Мәләүез районының бер нисә ауыл мәктәбендә “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә “Үҫеш нөктә”ләре барлыҡҡа киләсәк.

Был проектта өс белем биреү учреждениеһы - Нөгөш, Дарьино һәм Корнеевка мәктәптәре ҡатнаша. Шуға ярашлы, мәғариф ойошмаларының икешәр кабинетында заманса ремонт үткән. Әлеге ваҡытта берҙәм стилдә биҙәлеп, бер төрлө мебелдәр һәм заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла.
 “Үҫеш нөктә”ләрендә эшләйәсәк уҡытыусылар ҙа махсус курс үткән. 

Дәрестәр, кластан тыш саралар бындай кабинеттарҙа заманса, мауыҡтырғыс һәм сағыуыраҡ буласаҡ. Иң мөһиме, уҡыусыларҙың үҫеш һәм белем алыу мөмкинлеген арттырасаҡ. Һәр мәктәптә лә шулай булһын ине.

Автор:
Читайте нас