Йәкшәмбе Өфө тәүге ҡунаҡтарын — Яҡут (Саха) Республикаһынан делегацияны ҡаршыланы. Кисә Башҡортостанға Хабаровск, Краснодар крайҙарынан, Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһынан, Сахалин, Кемеров, Новосибирск өлкәләренән, Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан ҡатнашыусылар килде. Илдең 76 төбәгенән һөнәрмәндәр килеүе көтөлә. WorldSkills-2021 — студенттарҙың һөнәри оҫталығын асыҡлау буйынса күләмле чемпионат, ул «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә үтә. Башҡортостан намыҫын был ярышта 280 йәш профессионал яҡлай. Улар төҙөлөш, мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары, дизайн, инженерия, хеҙмәттәр күрһәтеү, транспорт һәм мәғариф тармаҡтарында үҙ белемен күрһәтәсәк.