Кәңәшмәне йолаға әүерелгән күргәҙмәһеҙ башлау йылдар буйы нығынған традицияны аша атлау булыр ине. Шулай ҙа был юлы ул элеккеләренән айырылып, район белем усаҡтары эшмәкәрлегендәге «Мәғариф» милли проекты ҡаҙаныштарын сағылдырҙы. Районда уның сиктәрендә «Һанлы белем биреү», «Киләсәк уҡытыусыһы», «Һәр баланың уңышы», «Заманса мәктәп» төбәк проекттары уңышлы бойомға ашырыла. «Һанлы белем биреү мөхите» проекты буйынса компьютер класына эйә булған 1-се Асҡар урта мәктәбе, «Үҫеү нөктәһе» үҙәктәре эшләгән Ташбулат, Сиҙәм, Красная Башкирия урта мәктәптәре, Таһир Кусимов исемендәге гимназия заманса биреү технологиялары күргәҙмәһен ҡорҙо. Яңы тыуҙырылған мөмкинлектәр ярҙамында IT һәм техник һәләттәрен 3D-моделләштереү, конструкторҙар ҡороу, виртуаль ысынбарлыҡ күҙлектәре өсөн дәрес һәм уйын программалар төҙөү буйынса төрлө конкурстарҙа һынаған уҡыусылар еңеүҙәре тураһында үҙҙәре һөйләне, ижади проекттары менән таныштырҙы, күргәҙмә ҡылыусы өлкән ағайҙарының ҡыҙыҡһыныуҙарын яуланы. Район башлығы Илдар Нафиҡов виртуаль ысынбарлыҡ күҙлеге аша ҡасандыр үҙе белем алған Ташбулат мәктәбенән кескәй дуҫтары программалаштырған биология фәне буйынса дәрескә күҙ һалһа, вице-премьер Азат Баҙранов Красная Башкирия уҡыусыһы Полина Добрынинаның космос темаһына презентацияһына инеп, сикһеҙ йәһәннәмде байҡаны. Проект сиктәрендә мәктәптәр эйә булған квадрокоптер, фотокамера һәм башҡа ҡоролмалар ҙа уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә. Әйтәйек, Ташбулатта мәктәп телевидениеһы ойошторолған. Былтыр «Үҫеү нөктәһе» асылған Красная Башкирия мәктәбе бер йыл эсендә 26 призлы урын яулаған, уларҙың берәүһе ил кимәлендә булһа, етәүһе республика әһәмиәтенә эйә. Сиҙәм мәктәбе «Технология» йүнәлеше буйынса уңыштар ҡаҙана: 10-сы класҡа барыусы Максим Ғибәҙәтов уҡытыусыһы З. З. Мортазин етәкселегендә газон сапҡыс, тәгәрмәскә тын тултырыу өсөн компрессор эшләп, республика олимпиадаһында юғары баһа алған. 1-се Асҡар урта мәктәбенең «Йәшел урман» мәктәп урмансылығының уңыштары тураһында йәш экологтар үҙҙәре һөйләне. Донъя кимәлендә танылыу яулаған мәктәптең «Алтынай» бейеү ансамбле матур сығыш бүләк итте. Заман мәғарифында йәш быуынды хәрби-партиотик рухта тәрбиәләүҙә «Юнармиясы» хәрәкәтенең роле ҙур. Районда иң беренселәрҙән булып Бөтә Рәсәй хәрәкәтенә ҡушылған Сиҙәм мәктәбе уҡыусыларына кәңәшмәнең күргәҙмә өлөшөндә ҡатнашыу хоҡуғы тейҙе.
Спортсыларҙың ҡаҙаныштары һәм спортты үҫтереүгә йүнәлтелгән етди иғтибар – залдарҙы ремонтлау, ҡорамалдар һәм комплекстар менән йыһазландырыу, йәш тренерҙарҙы гранттар менән дәртләндереү тураһында бөтә мәғлүмәт балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе стендында сағылыш тапты. Мәктәп директоры Л. М. Усманов әйтеүенсә, ағымдағы йыл дауамында тағы ла биш ауыл тренеры 600 мең һум күләмендә грант аласаҡ, быға тиклем дүрт педагог сертификатҡа лайыҡ булған. Күргәҙмә ҡылыусыларҙы каратэ буйынса Рәсәй чемпионы Роман Изгиндың күрһәтмә сығыштары ла тәьҫирләндермәй ҡалманы.
Республика мәғарифты үҫтереү институтының кескәйҙәргә туған телдә тәрбиә һәм белем биреү буйынса инновацион тәжрибә майҙансығы булған «Миләш» (Асҡар), М. Аҡмулла исемендәге БДПУ президент грантына тормошҡа ашырған «Остаз» проектында ҡатнашыусы «Супылар» (Асҡар), «Тирмәкәй» (Красная Башкирия) балалар баҡсалары методик ҡулланмалар күргәҙмәһен тәҡдим итте.
Өҫтәмә белем биреү усаҡтары күргәҙмәһе һәр ваҡыттағыса бөтә иғтибарҙы һәм күҙ яуын йәлеп итте. Йәш техниктар станцияһы эшмәкәрлеге йылдан-йыл техник йүнәлештә киңерәк ҡолас йәйә барыуы ҡыуандыра. Балалар ижады йортонда шөғөлләүселәрҙең һоҡланғыс ҡул эштәре иһә талантлы остаздар ҡулы аҫтында ижади мөмкинлектәргә сиктәр юҡлығын дәлилләй...
#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан