Башҡортостанда мәктәпкәсә белем биреүгә лицензияһы булған 45 шәхси ойошма эшләп килә.
Уларға 2875 тәрбиәләнеүсе йөрөй, шуларҙың 1284-е өс йәшкә тиклемге балалар. Бынан тыш, республикала 126 шәхси балалар баҡсаһы 3150 мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы ҡарау буйынса хеҙмәттәр күһәтә. Уларҙың бер нисәүһе “Демография “ милли проекты сиктәрендә федераль грант алып өҫтәмә урындар булдырған.
Быйыл республика бюджетынан ошондай балалар баҡсаларына, атап әйткәндә, хеҙмәт хаҡы түләү, дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары, уйынсыҡтар һатып алыуға киткән сығымдарҙы ҡаплауға 261 миллион һум бүлә. Ә 2024 йылда был сумма 322,5 миллион һумға етәсәк.