Мәғариф
3 Сентября 2021, 06:44

Алда көтә ҙур юлдар

Тупаҡ ауылы балалары ла байрамса кейенеп, ҡулдарына гөлләмәләр тотоп Белем байрамына йыйылды.

Алда көтә ҙур юлдарАлда көтә ҙур юлдар
Алда көтә ҙур юлдар

1 сентябрь — көтөп алынған тантана. Тупаҡ ауылы балалары ла байрамса кейенеп, ҡулдарына гөлләмәләр тотоп Белем байрамына йыйылды. Уҙған уҡыу йылы аҙағында яңы мәктәп тәүге сығарылыш уҡыусыларын — дүрт ҡыҙҙы һәм дүрт егетте оло тормош юлына оҙатҡайны. Бөгөн улар барыһы ла юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары булып уҡыу йылын башланы. Яңы уҡыу йылына мәктәпте тамамлаған ун беренселәр урынына беренсе класҡа 9 бала килде. Бөтәһе мәктәптә 102 бала белем аласаҡ, уларҙы тәрбиәләү һәм уҡытыу эшен 13 уҡытыусы алып барасаҡ.

Мәктәп директоры Гөлсөм Дәминдарова байрамға килгән балаларҙы, уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе, мәғариф ветерандарын байрам менән тәбрикләне, уҙған уҡыу йылында уҡыусыларҙың өлгәшкән уңыштарын барланы, киләсәккә яңы бурыстарҙы билдәләне. Уҙған уҡыу йылын тик «бишле»гә тамамлағандарҙы маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне.
2020 - 2021 уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса Тупаҡ мәктәбе «Әүҙем мәктәп» номинацияһында билдәләнгән.
— Был бер генә уҡытыусының йәки уҡыусының хеҙмәт емеше түгел. Коллективтың берҙәм булып, уҡыусыларыбыҙҙың район, республика кимәлендә ойошторолған төрлө бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашып, призлы урындар яулауы нәтижәһе. Быйыл да һынатмаҫбыҙ, тағы ла юғарыраҡ үрҙәр яуларбыҙ, — тигән ышаныс белдерҙе коллективына Гөлсөм Хәлидар ҡыҙы.
Муниципаль район Советы һәм район хакимиәте исеменән тупаҡтарҙы райондың капиталь төҙөлөш бүлеге етәксеһе Х. Т. Әхтәмов тәбрикләне.
— Республикала, шул иҫәптән районда «Мәғариф» милли проекты буйынса балаларға уҡыу һәм ял итеү өсөн һәйбәт шарттар булдырыла. Мәҫәлән, төп һәм өҫтәмә уҡытыу программаларын тормошҡа ашырыу өсөн районда «Үҫеү нөктәһе» белем биреү үҙәктәре эшләй. Бөтә уңайлыҡтары булған һеҙҙең мәктәп үҙ ишектәрен асты, тағы ла ике белем усағы төҙөү күҙаллана. Яңы уҡыу йылы яңы ҡаҙаныштар, уңыштар килтерһен, — тине Хәйҙәр Тәлғәт улы.
Педагогик хеҙмәт ветерандары исе-менән Таңсулпан Мәғәфүрова йыйылыусыларҙы байрам менән ҡотлап, уҡыусыларға белем үрҙәрендә артылғанда тырышлыҡ, уңыштар, уҡытыусыларға тәүфиҡлы һәм тырыш уҡыусылар, ата-әсәләргә түҙемлек, ныҡлыҡ теләне.
— Тәүге тапҡыр мәктәп ишеген асып ингән беренселәр өсөн бөгөндән белем иленә оҙон юл башлана. Малайҙар һәм ҡыҙҙарға яңы асыштар, яңы үрҙәр юлдаш булһын. Мауыҡтырғыс белем иленә ишекте асып инер өсөн серле асҡыс мотлаҡ кәрәк, — тип Гөлсөм Дәминдарова беренселәрҙең уҡытыусыһы Әлфирә Вәлит ҡыҙына символик асҡыс тапшырҙы.
Уҡыу алдынғыһы, 11-се класс уҡыусыһы Әлфирә Әхмәтова менән беренселәр яңы уҡыу йылының тәүге дәресенә саҡырып ҡыңғырау биргәс, ҡыҙҙар һәм малайҙар мәктәп эсенә ашыҡты. Был көндө бөтә кластарҙа ла Фән һәм технология йылына арналған ҡыҙыҡлы дәрестәр уҙҙы.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас