

Элегерәк, социаль селтәрҙәр бик әүҙемләшмәгән саҡта, йола буйынса гәзиттең 1 сентябрь һанына беренсе класҡа барыусы уҡыусыны фотоға төшөрөп ҡуя инек. Ә гәзит сыҡҡан көнөнән алдан баҫылғанға күрә, август аҙағында фото өсөн бала эҙләү мәшәҡәтлерәк була торғайны. Кем сентябрь етмәйенсә балаһын байрамса кейендереп, ҡыҙ бала булһа, өҫтәүенә, сәстәрен сикәләп үреп, редакцияға килеп йөрөһөн, ти. Таныш-белештәрҙең мәктәп йәшендәге бала-сағаларын барлап сығып мәсьәләне хәл итә инек, ә редакция хеҙмәткәрҙәренең ҡыҙы йәки улы уҡырға төшкән йыл тура килһә, һис бәхәсһеҙ «көс» үҙебеҙҙекеләргә төшә ине.
Бынан 10 йыл элек «Абзелил» гәзитендә донъя күргән фотола ла «редакция балалары». 2011 йылда бер юлы дүрт хеҙмәткәрҙең — реклама бүлеге мөдире Эльвира Сәғитованың (хәҙер мәрхүмә инде) ҡыҙы Айлина, яуаплы секретарь Римма Нияҙғолованың улы Даниил, хәбәрселәр Әлиә Мусинаның ҡыҙы Карина һәм Гөлнара Күсәрбаеваның улы Арсен мәктәпкә барҙы. Фото аҫтындағы тексҡа ул мәлдәге мөхәррир Әлфиә Хәкимова кескәйҙәрҙең «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһында бер төркөмгә йөрөүе, әсәйҙәре эштә тотҡарланғанда, бигерәк тә гәзит сыҡҡан көндәрҙә, ҡараңғыға тиклем редакцияла сабыр ғына көтөүҙәре, күҙ алдында үҫеп, мәктәп йәшенә етеүҙәре, һәр береһенең холоҡ-фиғелдәре тураһында яҙған. Һәм бына шул бәләкәстәр — хәҙер инде үҫеп еткән ҡыҙҙар һәм егеттәр быйыл 11-се класҡа ла барҙы.
Ваҡыттың үтеүе! Үҫкән һайын, йылдан-йыл уларҙың әсәйҙәренең эш урынына килеп йөрөүҙәре һирәгәйҙе, үҙаллылыҡҡа өйрәнеүҙәре, дәрестәре һәм шөғөлдәренең күбәйеүе лә быға сәбәптер. Әммә хеҙмәттәштәребеҙҙең йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәй, бер класта яҡшы уҡыуҙары, Даниилдың сәнғәт мәктәбендә баян, Айлина менән Арсендың фортепиано бүлектәрен тамамлауы, Каринаның бейеү менән шөғөлләнеүе тураһында ишетә-белә килдек. Айлина урта кластарҙа Таһир Кусимов исемендәге гимназияла белем алды, өсөнсө йыл инде баш ҡалала, республика инженер лицей-интернатында уҡый. Карина һәм Арсен 9-сы класты ҡыҙыл аттестатҡа тамамланы, Даниил да урта белем алыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы. Берҙәм дәүләт имтихандарына маҡсатлы әҙерләүҙе күҙ уңында тотҡан бүленеш буйынса хәҙер Карина уҡыуын гуманитар класта дауам итһә, егеттәр иһә теүәл һәм тәбиғи фәндәр класында уҡыясаҡ. Әйткәндәй, ағымдағы 2021 - 2022 уҡыу йылында мәктәп тамамлаясаҡ сығарылыш район мәғарифында федераль белем биреү стандарттары (ФГОС) буйынса белем алған тәүге ҡарлуғастар буласаҡ. Уңыштар насип булһын!