Мәғариф
3 Сентября 2021, 04:15

Капиталь ремонт программаһы сиктәрендә мәктәптәргә ҡорамалдар алынасаҡ

Башҡортостанда мәктәптәр өсөн ҡорамалдар һатып алыуҙы капиталь ремонт программаһына индерәсәктәр. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда мәктәптәр өсөн ҡорамалдар һатып алыуҙы капиталь ремонт программаһына индерәсәктәр.

«Сириус» белем биреү үҙәге етәксеһе Елена Шмелева мәктәптәрҙе капиталь ремонтлау программаһын комплекслы итеүҙе йәғни унда ремонт ҡына түгел, ә заманса уҡытыу ҡорамалдарын урынлаштырыуҙы ла индереүҙе тәҡдим итә. Республикала 365 мәктәптә капиталь ремонт башҡарырға кәрәк, был мәғариф учреждениеларының биштән бер өлөшө. Тимәк, 2026 йылға тиклем йыл да 70-ләп бинаны төҙөкләндерергә кәрәк.

Төбәктең мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостан комплекслы капиталь ремонт программаһына инергә әҙер. 2021 йылда республика был маҡсатта 400 миллион һум бүлгән. 18 мәктәп, биш балалар баҡсаһы, бер спорт мәктәбе ремонтланған. Быйыл туғыҙ яңы мәктәпте сафҡа индереү күҙалланһа, киләһе йыл – тағы алтауҙы. Был 11 мең урын тигән һүҙ. Ағымдағы йылда Башҡортостан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә тормошҡа ашырылған “Мәғариф” милли проекты буйынса федераль бюджеттан ауыл мәктәптәрен ремонтлауға 29 миллион һум аҡса аласаҡ. Был аҡсаға 43 спорт залын яңыртасаҡтар, асыҡ һауалағы биш спорт ҡоролмаһын ҡорамалдар менән йыһазландырасаҡтар.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас